Дим буйҙары
-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
29 Ноябрь 2018, 01:00

З.Биишева романы буйынса спектакль

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында «Кәмһетелгәндәр» спектакленең премьераһы уҙҙы.

Нигеҙендә — 2018 йылда тыуыуына 110 йыл тулған башҡорт әҙәбиәте классигы Зәйнәб Биишеваның «Яҡтыға» трилогияһының тәүге китабы, «Кәмһетелгәндәр» романы. Был — авторҙың ошо әҫәре буйынса ҡуйылған беренсе спектакль.

Зәйнәб Биишева «Кәмһетелгәндәр» романын 1956-1959 йылдарҙа яҙған. Автобиографик әҫәрҙең үҙәгендә ― революция алдынан, революция осоронда һәм граждандар һуғышы йылдарында башҡорт ауылында йәшәүселәрҙең яҙмышы. Хәл-ваҡиғалар Емеш исемле етем ҡыҙ исеменән һүрәтләнә. Китапты рус теленә яҙыусының улы Юлай Әминев тәржемә иткән. Драматург Владимир Жеребцов оҫта итеп инсценировка яҙған.

«Роман 600 биттән тора. Инсценировка яҙыу бик ауыр булды, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына режиссер Мәсәлим Күлбаев. — Володя менән ҡайһы бер акценттарға төҙәтмәләр индерҙек, сөнки әҫәр 50-се йылдарҙа ижад ителгән».

Спектаклдә театрҙың ике труппаһы ла ҡатнаша. Рус телендәге диалогтарҙа башҡорт һүҙҙәре менән әйтемдәр, шулай уҡ Лилиә Исҡужина башҡарыуындағы халыҡ йырҙары бергә үрелеп бара.

Йәштәр театрының яңы эше сағыу актерлыҡ эштәре менән хәтерҙә ҡала. Өс бер туған Емеш, Йәнеш һәм Бибеште Зарема Сәйетмәмәтова, Элина Гусева һәм Светлана Бронникова уйнай. Иштуған Дмитрий Гусев (Илгиз Таһиров), Байгилде (Салауат Нурисламов), Сәрбиямал (Карина Йәрмиева), Хисбулла (Заһир Яруллин , Шәһит Хамматов), Тайба (Гүзәл Әйүпова, Альбина Кашанова), Сәлимә (Аида Күлбаева), Бибисара (Юлиә Ныркова) образдары өсөн ҡыҙыҡлы буяуҙар табылған.

Премьераға махсус рәүештә Мәскәүҙән яҙыусының улы Тельман Әминев, шулай уҡ Өфөлә йәшәгән ейәне Таһир Әминев килгән. Яҙыусының ғаиләһенә спектакль оҡшаған. Тельман Ғәзиз улы романды сәхнәләштергән өсөн ижади төркөмгә рәхмәт белдерҙе. Декабрҙә Йәштәр театрында Зәйнәб Биишеваның әҫәре буйынса «Мөхәббәт һәм нәфрәт» спектакле ҡуйыла.

Премьераға Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана театр фойеһында «Зәйнәб Биишеваның рухи хазиналары» күргәҙмәһен ойошторған.