Дим буйҙары
+23 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
4 Декабрь 2018, 15:17

Премияға кем лайыҡ?

Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы буйынса комиссия 2018 йылдың 31 декабренә тиклем дәүләт премияһына тәҡдим итеүгә ижади эштәрҙе ҡабул итә.

Йәш быуынды рухи-әхлаҡи һәм ватансылыҡ рухында тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән өсөн премия бер ижадсыға ғына тапшырыла. Эштәр бер йыл алдан айырым китап булып нәшер ителергә, матбуғатта баҫылып сығырға йәки башҡа юл менән халыҡҡа еткерелергә тейеш. Бер үк эште бүтән дәүләт премияларына тәҡдим итеү тыйыла. Конкурстан үтмәгәндәре премияға ҡайтанан тәҡдим ителә ала. Был осраҡта документтар ҡайтанан тултырыла. Дәғүәселәр араһында лайыҡтар табылмаһа, бүләк берәүгә лә тапшырылмай. Лауреат, премияға биш йыл үткәс кенә, ҡайтанан тәҡдим ителергә хоҡуҡлы.

Премияға эштәр дәүләт власы, урындағы үҙ­идара органдары, предприятие, ойошмалар, йәмәғәт берекмәләре һәм ижади союздар тара­фынан тәҡдим ителә. Документтарҙы Комиссия билдәләгән өлгөләргә ярашлы тултырыу шарт (өлгөләр менән Башҡортостан Рес­публикаһы Башлығының рәсми сайтында танышырға мөмкин).

Документтар түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46, Баш­ҡортостан Башлығы Хакимиәте, 313-сө бүлмә. Белешмәләр өсөн телефон: 280-80-96 йәки республика Башлығының рәсми сайты. Эштәрҙе тәҡдим итеү, документтарҙы тултырыу тәрти­бенә тап килмәгән йәки почта аша ебәрелгән материалдар ҡаралмай.
Читайте нас в