Дим буйҙары
+27 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
МӘҘӘНИӘТ
10 Декабря 2018, 11:03
“Масторавань морот” байрамы
Бишбүләк район Мәҙәниәт йорто майҙанында “Масторавань морот” — мордваларҙың мәҙәниәтен, традицияларын үҙ эсенә алған боронғо байрамы үтте.
Бишбүләктәрҙән тыш, Федоровка районынан, күрше Ырымбур өлкәһенән килгән ижади коллективтарҙың сығыштары байрамға яңы йәм, биҙәк өҫтәне.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Мордва милли-мәҙәниәт үҙәге рәйесе Юлия Герасимова һәм республика Халыҡтар дуҫлығы йорто вәкилдәре ошондай йөкмәткеле сараларҙың милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һәм телдәрҙе һаҡлауҙа әһәмиәтен билдәләне.
Ҡунаҡтар мордва кухняһы аҙыҡтарын тәмләне, тарихы менән яҡындан танышты, ижади коллективтарҙың сығышын ҡарап кинәнде.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраля , 04:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраля , 02:01
Берҙәм көс менән