Дим буйҙары
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
11 Декабрь 2018, 20:31

Октябрьский ҡалаһында ҡурай байрамы үтте

«Ҡурай байрамы-2017» «Халыҡ театры» премияһына дәғүә итеү конкурсы еңеүсеһе булды, жюриҙың юғары баһаһын алды һәм Рәсәйҙең иң яҡшы милли байрамдары йыйынтығына индерелде. Ғата Сөләймәнов исемендәге республика Ҡурай байрамы «Иң яҡшы милли байрам» категорияһында еңеүсе тип танылды

Быйыл конкурста илдең 40-ҡа яҡын төбәгенән 80-дән ашыу проект ҡатнашты. Премияға Рәсәйҙең бик күп проекттары: 2017 йылда асыҡ майҙансыҡтарҙа, стадиондарҙа һәм ҙур концерт залдарында уҙғарылған театрлаштырылған байрам тамашалары һәм концерт программалары дәғүә итте.

Белешмә. Октябрьскийҙа республика Ҡурай байрамы тәүге тапҡыр 2001 йылда үтте. Ул ЮНЕСКО-ның башҡорт халыҡ уйын ҡоралдарында уйнау традицияларын үҫтереү, йәштәр араһында һәләтле башҡарыусыларҙы асыҡлау программаһы сиктәрендә ойошторолдо. Байрамдың төп идеяһы — республика биләмәһендә йәшәгән халыҡтар мәҙәниәте диалогы.
Читайте нас: