Дим буйҙары
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
11 Декабрь 2018, 17:53

Театр йылын асыу тантанаһы

13 декабрҙә 2019 йылға иғлан ителгән Театр йылын асыу тантанаһы Бөтә Рәсәй буйынса үтәсәк.

Был көндө Башҡортостандың барлыҡ театр усаҡтарында төрлө саралар уҙғарыласаҡ: тематик күргәҙмәләр һәм квест, мастер-кластар һәм яратҡан артистар менән фотосессия, экскурсиялар, театрлаштырылған тамаша һәм, әлбиттә, премьера спектаклдәре күрһәтеләсәк.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры был көндө «Урал батыр» эпосы буйынса сәхнәләштерелгән премьера тәҡдим итә.Ҡуйыусы режиссер Андрей Борисов. Спектакль республиканың 100 йыллығына һәм театрҙың юбилейына арналған. Спектакль 19.00 сәғәттә башлана. Театр фойеһында премьераға килеүселәр өсөн театр оркестры төрлө спектаклдәрҙән өҙөктәр яңғыратасаҡ. Тамашасыларға махсус фотозона ойоштороласаҡ, башҡорт халыҡ костюмдарын кейеп фотоға төшөргә мөмкин буласаҡ. «Урал батыр» эпосы темаһына викторина уҙғарыу ҡаралған.

Экспозиция залында Башҡортостандың 100 йыллығына арналған рәссам-бутафор, БР атҡаҙанған хеҙмәткәре Анатолий Жучковтың күргәҙмәһе менән танышырға мөмкин буласаҡ, шулай уҡ театр музейында Мостай Кәримгә һәм театрҙың тарихына арналған тематик күргәҙмә эшләйәсәк.

Театр буфетында башҡорт көнкүреше -башҡорт тирмәһендә актерҙар махсус «театр» менюһын тәҡдим итәсәк. Сара 18.00 сәғәттә башлана.
Читайте нас в