Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
17 Декабрь 2018, 19:48

«Башҡортостан» киностудияһы нисек атала?

«Башҡортостан» киностудияһы хәҙер Әмир Абдразаҡовтың исемен йөрөтә.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенең тейешле ҡарарына ҡул ҡуйған. Документ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Әмир Ғәбделмән улы Абдразаҡов — башҡорт актёры, сценарист һәм кинорежиссеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. 50-гә яҡын телевизион фильм төшөргән, шул иҫәптән Башҡортостан телевидениеһында тәүге тапҡыр Я.Хамматовтың «Бөртөкләп йыйыла алтын» (1979) һәм Ғ. Ибраһимовтың «Кинйә» (1986) романдары буйынса күп сериялы нәфис телефильмдар. 2006 йылда Әмир Абдразаҡов «Һынмаҫ рух» документаль фильмы өсөн Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды. Бөтә донъяла танылыу яулаған опера йырсылары Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтарҙың атаһы.
Читайте нас: