Дим буйҙары
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
17 Декабрь 2018, 19:44

Хәйерле юл, Мельпомена!

13 декабрҙә Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә Театр йылын асыуҙың берҙәм көнө уҙҙы

Президент Владимир Путин Указы нигеҙендә 2019 йыл Рәсәй Федерацияһында Театр йылы тип иғлан ителде. Барлыҡ ауыл мәҙәниәт учреждениеларында Театр йылы асылыуға бағышланған ҡыҙыҡлы саралар уҙҙы. Бишбүләк Мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә райондың иң яҡшы театр коллективтары сығыш яһаны.

Сиҙәкбаш ауылы Мәҙәниәт йортоноң «Отражение» сыуаш халыҡ драма театры (ет. Инна Никифорова) Н.Панинаның «Нәҫел урманы» драмаһынан өҙөк тәҡдим итте. Бишбүләк Мәҙәниәт һарайының «Кулиска» өлгөлө рус театр коллективы (ет. Галина Алексеева) В. Илюхин пьесаһы буйынса ҡуйылған «Нисектер ҡара урманда» әкиәтенән өҙөк күрһәтте. Был өлкәндәр менән бер рәттән үҙ ижадын тәҡдим иткән берҙән-бер балалар театр коллективы ине. Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылы Мәҙәниәт йортоноң «Өмөт» татар халыҡ театры (ет. Лилия Яхина) тамашасыларҙы Г.Әхмәтхужинаның «Нисек түҙә был йөрәк?» трагикомедияһынан өҙөк менән һөйөндөрҙө. Бишбүләк сыуаш драма театры (ет. Галина Алексеева) тарафынан тәҡдим ителгән З.Сурпан пьесаһы буйынса ҡуйылған «Крахьян — КГБ» комедияһынан өҙөк бик мауыҡтырғыс hәм тамашасы күңеленә хуш килгән сәхнә әҫәре булды.

Театр йылына старт бирелде, алда беҙҙе бик күп театр байрамдары hәм пьесалар, яңы талантлы исемдәр асылыу көтә.

Марина ЯКОВЛЕВА.

Олег ЛЕОНТЬЕВ фотоһы.
Читайте нас: