Дим буйҙары
-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
18 Декабрь 2018, 12:57

«Йөрәк һүҙе» проектына йомғаҡ яһалды

Өфөлә «Йөрәк һүҙе» шиғри бәйгеһенең финалы уҙҙы. Башҡорт телен яҡлау һәм һаҡлау маҡсатын ҡуйған үҙенсәлекле һәм сағыу проектта Гөлназ менән Руслан Хайсаровтар еңеүсе булды.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының йәш популяр актерҙары Зөбәржәт Йәнбирҙинаның, Лилиә Һаҡмарҙың һәм Аҫылғужаның шиғырҙарын һөйләне. Улар «Лада — Гранта» автомобилен һатып алыу өсөн сертифат менән бүләкләнде.

Икенсе урынды аталы-ҡыҙлы Азалина менән Фәнил Бүләковтар алды, улар шағир Фәнил Бүләковтың үҙенең шиғырҙарын уҡыны. Өсөнсө урынды уҡыусыһы Эльвина Семёнова менән Ғәлиә Фәйзуллина яуланы. Тамашасылар һөйөүе призы Гөлфирә Әхмәтшина менән Гөлфиә Ғәниеваға эләкте.

Шиғри проект Башҡорт опера һәм балет театрында уҙҙы. Унда башҡорт телендә шиғыр һөйләгән дуэттар ҡатнашты. Сәхнәлә танылған шағирҙар һәм актерҙар, музыканттар һәм журналистар, шиғриәт һөйөүселәр сығыш яһаны. Ғаилә дуэттары күп ине. Финалға сыҡҡан 12 пар араһында билдәле сәнғәт эшмәкәрҙәре байтаҡ булды: сәсәниә Розалиә Солтангәрәева һәм уның улы, скрипкасы Илшат Мөслимов, телевидение алып барыусылары Земфира һәм Гүзәл Байбулдиналар, яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов, актриса Гөлбинә Сафуанова, бейеүсе Марат Яҡупов, алып барыусы Рәзилә Салауатова.

Проектты автор һәм етәксе Наилә Сәфәрғолова, рәссам Альберт Нестеров, режиссер Сулпан Асҡарова, композитор Илшат Яхин, биҙәлеш рәссамы Фәрхәд Ихсанов, видеомонтаж инженеры Әлфиә Арыҫланова әҙерләне. Жюриҙа абруйлы һүҙ сәнғәте оҫталары эшләне.