«Илhам» рус йырының халыҡ хоры, етәкселәре Маргарита hәм Эрик Пашуткиндар!» — был һүҙҙәр район мәҙәниәт һарайы сәхнәһенән йыш яңғырай. Был йылдар эсендә уларҙың hәр ҡайһыһы райондың төрлө төҫтәге мәҙәниәтенә ҡабатланмаҫ hәм яҡты өлөш индерҙе.
«Ҡайынҡай» ҡатын-ҡыҙҙар вокаль ансамбле — Бөтә Рәсәй, республика hәм телевизион конкурстар еңеүсеһе — былар өлкән Пашуткиндар. «Порт ҡалаһы» вокаль-инструменталь ансамбле — 80-се йылдар йәштәре кумирҙары — былары кесе Пашуткиндар. Пашуткиндарҙың ғаилә ансамбле ул — Бөтә Рәсәй hәм республика фестивалдәре лауреаты — шул иҫәптән ейәнен дә индереп, бөтә ҙур ғаилә.
Эрик Павлович — ярты быуат тиерлек Бишбүләк ауылының «Торнаҡай» балалар баҡсаһының музыка етәксеһе, 20 йылдан ашыу Балалар сәнғәт мәктәбенең баян класы уҡытыусыһы, композитор, аранжировщик hәм алыштырғыһыҙ аккомпаниатор.
Маргарита Ғәләүетдин ҡыҙы 30 йылға яҡын балалар баҡсаһының музыка етәксеһе булды, 2005 йылдан алып бөгөнгө көнгә ҡәҙәр «Илhам» халыҡ хоры етәксеһе. Бөгөн уның тауышы шулай уҡ алыҫ алтмышынсы йылдарҙағы кеүек яңғырауыҡлы hәм моңло.
Алексей күп йылдар дауамында Мәҙәниәт һарайының, автоклубтың концерт программаларында даими ҡатнаша.
Был әле иҫ киткес, ижади, ысын-ысынлап мәҙәниәткә ғашиҡ булған Пашуткиндар ғаиләһе ҡаҙаныштарының тулы исемлеге түгел.
Пашуткиндар тамашасыларҙы үҙҙәренең матур сығыштары менән һөйөндөрөп кенә ҡалмай, сәхнә тәжрибәһе, hөнәрманлығы hәм бөтмәҫ-төкәнмәҫ ижади энергияһы менән дә уртаҡлашыуын дауам итә. Күптән түгел улар «Ивушка» ҡатын-ҡыҙҙар вокаль ансамбле ойошторҙо, хәҙер дебютҡа әҙерләнә, hәм ул да тамашасылар араһында популяр булыр hәм төрлө дәрәжәләге конкурстарҙа ирешкән уңыштары менән бер тапҡыр ғына һөйөндөрөп ҡалмаҫ, тип өмөтләнә. Yҙҙәренең ижад коллективтарында, уларҙың ҡаҙаныштарында hәм ижад үҫешенә кешеләрҙең ынтылыштарында, Маргарита менән Эрик Пашуткиндар илhам ала.
«Ивушка» ансамбленә hәм әлеге иҫ киткес ғаиләгә ижади уңыштар hәм яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ.
Мәҙәниәт һарайының сәнғәт етәксеһе.
Фото Пашуткиндарҙың ғаилә архивынан.