Дим буйҙары
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
9 Ғинуар 2019, 22:22

«Башҡортостандың яратҡан рәссамдары» исемле сәнғәт туры

«Башҡортостандың яратҡан рәссамдары» ижади проекты үҙенең сәнғәт турын дауам итә.

2019 йылдың ғинуарында команда республика ҡала һәм райондарына гастролдәргә юллана, тип хәбәр итте проект етәксеһе Наил Мәхмүтов.

Проекттың презентациялары 10 район һәм ҡала мәҙәниәт һарайында уҙа. Унда яҡташ рәссамдар тураһында һөйләү, осрашыу-концерттар ҡаралған:

14.01.19 — Борай;

15.01.19 — Яңауыл;

16.01.19 — Оло Ыҡтамаҡ;

17.01.19 — Үрге Ҡыйғы;

18.01.19 — Мәсәғүт;

21.01.19 — Ҡыҙылъяр;

22.01.19 — Дәүләкән;

23.01.19 — Мораҡ;

24.01.19 — Күмертау;

25.01.19 — Архангель.

Рәссамдар үҙҙәренең ижады менән таныштыра, артистар йырлай. Һынлы сәнғәт һөйөүселәр проект галереяларында онлайн тауыш биреүҙә ҡатнаша ала.

Төп ваҡиға — II «Башҡортостандың яратҡан рәссамдары» халыҡ рейтингын тапшырыу тантанаһы 31 ғинуарҙа «Башҡортостан» дәүләт концерт халында уҙа. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2018 йылдың ғинуарында наградалар дүрт номинацияла тапшырылды: «Легендалар», «Оҫталар», «Актуаль сәнғәт», «Алтын бөртөктәре».