Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
9 Ғинуар 2019, 15:34

Үткәндәрҙе һандыҡҡа бикләмәй, сәхнәгә сығара...

Бишбүләк районының “Мерчен”сыуаш халыҡ ансамбле 25 йыллығын билдәләй. Уның етәксеһе Людмила Романова әйтеүенсә, ул боронғо баш кейемдәрен музейҙардағы экспонаттарҙан ҡарап өйрәнгән. “Күберәк күндән яһаныҡ, унан һуң туҡымаға эшләйбеҙ. Тастымалдар ҡулланабыҙ. Формаһы буйынса төрлө була”, -- ти ул.

Иҗади төркөм ярты быуат эшләп килә. Юбилейына бәйле республика буйлап һәм ситтә лә концерттар ҡуйыу ҡаралған. Ансамбль сыуаш халыҡ йырҙарын өйрәнә, әле репертуарын байытыу менән мәшғүл.

Сыуаш милли кейемендә күбеһенсә ҡыҙыл, шулай уҡ йәшел, һары төҫтәр өҫтөнлөк итә. Биҙәктәргә айырым мәғәнә һалына - уларҙа берҙәмлек, татыулыҡ символдары бар.

Ә тәңкәләре батша заманынан. Уларһың беҙҙең көндәргә нисек килеп етүе - үҙе бер тарих. Милли кейем үрнәктәрендә урын алғансы, улар утты-һыуҙы үткән.

“Мерчен” -- ынйы тигән мәғәнәне аңлата. Бишбүләк районының ғына түгел, республикабыҙҙың күп милләтле халҡының бер ынйыһы булып ойошҡан был ансамбль. Үткәндәрҙе ул һандыҡҡа бикләмәй, сәхнәгә сығара, йәштәргә өлгө күрһәтә.
Читайте нас: