Республикабыҙ барлыҡҡа килеүенә – 100 йыл, халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арнап ойошторолған конкурсҡа ирекле темаға 10 биттән артмаған (А 4 форматында, 14-се шрифт) проза әҫәрҙәре ҡабул ителә. Йәш буйынса сикләүҙәр юҡ. Эштәр «Йәшлек» гәзитенә яҙылыу квитанцияһының күсермәһе менән Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13-сө йорт, 8-се ҡат адресы йәки гәзитебеҙҙең электрон почтаһы буйынса (
[email protected]) ҡабул ителә. «Конкурсҡа» тигән тамға ҡуйырға, тулы исем-шәрифегеҙҙе, телефон номерығыҙҙы һәм псевдонимығыҙҙы яҙырға онотмағыҙ. Башҡа конкурстарҙа ҡатнашҡан һәм төрлө баҫмала донъя күргән әҫәрҙәр ҡаралмай. Хикәйәләр 2019 йылдың 1 ноябренә тиклем ҡабул ителә.