Дим буйҙары
-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
23 Ғинуар 2019, 13:42

Башҡортостан башлығы гранттарын алыуға ғаризалар ҡабул ителә

Башҡортостанда республиканың дәүләт һәм унда йәшәгән халыҡтарҙың телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡортостан Башлығы гранттарын алыуға ғаризалар ҡабул ителә.

2019 йылға грант ярҙамының дөйөм суммаһы 74 миллион һумдан ашыу тәшкил итә, тип хәбәр иттеләр республика Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Гранттарға мәҙәниәт, мәғариф, фән, киң мәғлүмәт саралары, йәштәр сәйәсәте һәм спорт өлкәһендә Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм төбәктәге халыҡтарҙың телдәрен, шулай уҡ республиканан ситтә башҡорт телен һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү йәһәтенән эшмәкәрлек алып барған дәүләт һәм муниципаль унитар предприятиелар, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар дәғүә итә ала.

Гранттар биреү тәртибе, ғаризаның формаһы һәм конкурста ҡатнашыу өсөн кәрәкле документтар исемлеге — Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы сайтында. Проекттарҙы тормошҡа ашырыу ваҡыты — 2019 йыл.

Ғаризалар 2019 йылдың 31 ғинуарынаса иртәнге сәғәт 10-дан 5-кә тиклем Мәҙәниәт министрлығының этномәҙәни үҫеш һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек бүлегендә ҡабул ителә. Адресы: Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 18, 12-се бүлмә. Бәйләнеш телефоны — 8 (347) 280-87-95, 8 (347) 280-87-85. Шылтыратыуҙар иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға ҡәҙәр ҡабул ителә.