Дим буйҙары
-5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
28 Ғинуар 2019, 16:57

"Беҙ булһаҡ, шундай булырбыҙ!"

Мәскәү ҡалаһының Башҡортостан вәкиллегендә талантлы шағирә һәм журналист, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Лариса Абдуллинаның “Аҫабалар рухы” тип исемләнгән ижад кисәһе уҙҙы.

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған сара шиғриәт һөйөүселәрҙе, илебеҙҙең баш ҡалаһында туған телгә, моңға сарсап көн күргән милләттәштәребеҙҙе бер ҡорға йыйҙы. Һәр кем Лариса Абдуллинаның йөрәккә үтеп инерлек итеп уҡыған шиғырҙарын тыңлап, “Арғымаҡ” этно-рок, “Аҡтирмә” фольклор төркөмдәренең рухлы, дәртле сығыштарын ҡарап кинәнде.

Мәскәүҙәге төрөк диаспораһы етәксеһе Йософ Шен, ҡырғыҙ яҙыусыһы Маҡсатбек Гапыров, Евразия һәм Рәсәй халыҡтарының Әҙәби советы рәйесе Маргарита Аль һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар һүҙ тотоп, Лариса Хашим ҡыҙы ижадының юғары әһәмиәтен, уның, талантлы шағирә булыуҙан тыш, үҙ Башҡортостанының илһөйәре икәнен, көслө рухын билдәләне.

Сараның икенсе көнөндә Лариса Абдуллина “Аҡ тирмә”ләр менән берлектә сәйәси золом ҡорбандары Муса Мортазин, Муллайән Халиҡов, Харис Йомағолов һәм башҡаларҙың ҡәберенә зыярат ҡылды.

"Беҙ булһаҡ, шундай булырбыҙ!" тигән шиғыр юлдары бар Лариса Абдуллинаның. Ошо һүҙҙәренә тоғролоҡ һаҡлап, милләте мәнфәғәтендә оло эштәр атҡарып йәшәй шағирә.
Читайте нас: