Дим буйҙары
-2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
5 Февраль 2019, 12:29

Билдәле шағир күркәм юбилейын билдәләй

1 февралдә билдәле шағир, Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союздары ағзаһы, БашҡортостанРеспубликаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты Зөфәр Зәки улы Вәлитовҡа 70 йәш тулды.

Зөфәр Вәлит шиғриәт менән бала сағынан, йәшлек йылдарынан шөғөлләнә. Етмешенсе йылдар уртаһынан уның әҫәрҙәре республиканың гәзит һәм журналдарында даими баҫыла. «Йырҙарымдың йәшел бишеге» тип исемләнгән тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1993 йылда «Китап» нәшриәте сығарған «Бәйге» серияһында донъя күрә. 2001 йылда «Күңелем ҡуҙҙары» китабы ошо уҡ нәшриәттә «Тамғалар» серияһы менән баҫылып сыға. Артабан бер-бер артлы «Йылдар сатында» (2003), « Кәрәҙле минуттар» (2004), «Йырлы ғүмер» (2004) , «Һуң түгел» (2005), «Мин йәшәгән донъя» (2009), «Я вижу» (2011) йыйынтыҡтары уҡыусыға тәҡдим ителә.

Үҙенең әҫәрҙәрендә шағир тормош һәм йәшәү мәғәнәһе, шәхестең йәмғиәттәге урыны тураһында уйлана, шуға ла уларға оло гражданлыҡ хисе, Ер-әсә алдындағы оло бурыстарҙы фәлсәфәүи юҫыҡта төплө аңлау хас. Әҙип тыуған тәбиғәт хозурлығын сағыу биҙәктәр менән тасуирләй, уның һәр матурлығы менән һоҡлана һәм ғорурлана, тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл булырға саҡырыу менән кешеләрҙе изгелеккә һәм мәрхәмәтлеккә өндәй.

Уның лирик шиғырҙары үҙҙәренең ҡоролошо, эске һәм тышҡы интонацияһы менән көйгә һалыуҙы һорай кеүек, шуға ла күп кенә композиторҙар Зөфәр Вәлит һүҙҙәренә йырҙар яҙған.

Әҙиптең шиғри шәлкемдәре республиканың гәзит һәм журналдарында, шулай уҡ руссаға тәржемә ителеп, «Бельские просторы» журналында ла даими донъя күреп килә.
Читайте нас: