Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
8 Февраль 2019, 18:10

”Илһам шишмәләре” саҡыра

“Илһам шишмәләре-2019” шиғриәт фестивале быйыл ун етенсе яҙын ҡаршылай. Урыҫ, башҡорт, татар һәм сыуаш телдәрендә иҗад итеүсе төрлө йәштәге шағирҙәр бәйгеһе ул. Йәнле һүҙ фестивале Рәсәйҙең төрлө тарафтарында йәшәүсе шағирҙәрҙе берләштерә.

XVII Төбәк-ара “Илһам шишмәләре-2019” шиғриәт фестивален ойоштороусылар – Бәләбәй районы хакимиәте, Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Яҙыусылар берлеге.

Конкурс ике этапта уҙғарыла. Беренсе этап – 1 февралдән 1 мартҡа ҡәҙәр. Ғаризалар һәм иҗади эштәр ҡабул ителә. Икенсе этапта төрлө номинациялар буйынса лауреаттар (гран-при, бер беренсе, ике икенсе һәм өс өсөнсө урындар) һәм дипломанттар билдәләнә.

Икенсе этап һөҙөмтәләрен ҡарап, жюри иғлан ителгән барлыҡ номинациялар буйынса урындар бирмәҫкә мөмкин. Икенсе этапты уҙған ҡатнашыусыларҙы Ойоштороу комитеты фестивалдең өсөнсө этабында ҡатнашырға саҡыра.

Фестивалдең Ойоштороу комитеты ҡатнашыуға заявкаларҙы һәм ижади эштәрҙе урындағы жюриҙың (гәзит редакцияларының, әҙәби берләшмәләрҙең) тәҡдим итеү хаты менән ҡабул итә.

Заявкалар түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 452000, Башҡортостан Республикаһы, Бәләбәй ҡалаһы, Кече Туғай урамы, 53а, “Бәләбәй хәбәрҙәре” гәзите редакцияһы.

Электрон почта (e-mail):[email protected]

Телефондар: (34786) 3-23-02, 3-17-02, 3-42-67, 4-23-58, 4-09-25.
Читайте нас: