Дим буйҙары
-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
8 Февраль 2019, 12:42

Республиканың архив хеҙмәте тураһында китап баҫылды

Башҡортостандың Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә республика дәүләт архив хеҙмәтенең юбилейына арналған «Башҡортостан Республикаһының архив хеҙмәте. 100 йыл» йыйынтығы донъя күрҙе. Китапты Башҡортостандың йөҙ йыллығы уңайынан Архив эштәре идаралығы һәм Башҡортостандың Милли архивы хеҙмәткәрҙәре әҙерләне.

Йыйынтыҡта Башҡортостан Республикаһы архив хеҙмәте үҫешенең төп этаптары һәм үҙенсәлектәре ҡарала. Республика архив учреждениеларының төбәк тарихы буйынса документтар йыйыу, системаға һалыу, һаҡлау һәм тергеҙеү эшмәкәрлеге тәүге тапҡыр һәр яҡлап күрһәтелде. Китап Башҡортостан дәүләт һәм муниципаль архивтарының барлыҡҡа килеү тарихы, уларҙың ҡаҙаныштары һәм йөҙ йыл дауамында төйәгебеҙҙең документаль йылъяҙмаһын яҙған кешеләр тураһында һөйләй.

Йыйынтыҡты һирәк осрай торған документтар, Башҡортостандың тарихи хәтерен һаҡлауға лайыҡлы өлөш индергән архив хеҙмәте ветерандарының фотоһүрәттәре биҙәй.

Китап ғалимдарға, тарихсыларға, архивистарға, тыуған яҡты өйрәнеүселәргә, уҡытыусыларға, студенттарға һәм республиканың архив эше тарихы һәм хәҙерге торошо менән ҡыҙыҡһыныусыларға тәғәйенләнә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Архив эштәре идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.
Читайте нас в