Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
8 Февраль 2019, 12:45

Тыуған ереңде данла һәм бүләк от!

Юлдаш радиоһы “Хазина-тур” компанияһы һәм “Ҡыҙыл таң” гәзите менән берлектә ҙур проект тәҡдим итә.

Марттан ноябрғә тиклем эфир тулҡындарында ”Тыуған төбәгем” тапшырыуында тыңлаусылар араһында бәйге иғлан ителә.

Һеҙ үҙегеҙ йәшәгән төбәкте, иҫтәлекле урындарҙы һүрәтләп, инша рәүешендә иҗад ителгән ҡыҫҡа хикәәләрҙе [email protected], йәки хат итеп Гафури урамы, 9/1-се йорт, "Юлдаш" радиоһы адресы буйынса “Тыуған төбәгем” конкурсына тип ебәрә алаһығыҙ.

Уларҙың оҙонлоғо А4 форматында ике биттән артмаҫҡа тейеш. Жюри тарафынан һайлап алынған иншалар "Юлдаш" радиоһында яңғыраясаҡ, “Ҡыҙыл таң” биттәрендә һәм сайттарҙа урын аласаҡ.

Тапшырыу һәр айҙың беренсе дүшәмбеһендә 15 сәғәт 15 минутта эфирға сыға. Уның аҙағында тыңлаусылар бер еңеүсене билдәләйәсәк.

“Хазинә-тур” компанияһы әҙерләгән бүләктәр ҙә буласаҡ. Ә конкурсҡа йомғаҡ ноябрҙә яһала.

Алып барыусылар Азат Фазлиәхмәтов һәм Рәсимә Ғәйнетдинова һеҙҙе, тыуған ерҙе данлап, бүләк оторға саҡыра
Читайте нас: