Өфөләге Еңеү паркында генерал Күсимовтың бюсы ҡуйылған, баш ҡала урамдарының береһе уның исемен йөрөтә. Әбйәлил районы Асҡар ауылындағы мәктәп-гимназияға уның исеме бирелгән. Геройҙың тыуған ауылы Күсемдә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы
Ғүмәр Ғилмановойошторған музей йәштәрҙе хәрби-патриотик рухта тәрбиәләү үҙәге булып тора. Әбйәлил районының һәр ауылында Таһир Күсимовтың исемен йөрөткән урам бар.