Эс бошорғос талғын сәғәт теле
Уйҙарымдың моңһоу ебен һүтеп,
Үкһей тышта февраль бураны.
Ниндәйҙер бер серле мәғәнә бар
Келт-келт иткән сәғәт телендә —
Яҡты был донъяға килгәнмен бит
Шул буранлы айҙың төнөндө.
Мин дә бала инем. Хыялландым
Был донъяны гиҙеп сығырға,
Күпкә ынтылдым мин, тик һуңынан
Ғашиҡ булдым йырға, шиғырға.
Күрҙем яҡшылыҡты, яманлыҡты,
Әсе-сөсөһөн дә татыным...
Бына инде шулай йәшәй торғас,
Үтте ғүмеремдең яртыһы!..
Бик аҙ түгелме, тип һораным...
Эс бошорғос шуға сәғәт теле,
Үкһей шуға февраль бураны...