Дим буйҙары
+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
26 Февраль 2019, 22:57

Ир-егет нимә тураһында йырлай?

Өфөлә беренсе мәртәбә “Ирҙәр нимә тураһында йырлай?” тип аталған ир-ат вокаль коллективтары бәйгеһе үтәсәк. Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейына арналған сара 2-3 мартта ойошторола.

Унда йыр коллективтары – малайҙар, үҫмерҙәр һәм ирҙәрҙең хор һәм вокаль ансамблдәре ҡатнашасаҡ. Йәш буйынса сикләү юҡ. Ижади коллективтар өсәр сығыш әҙерләй: патриотик, халыҡ һәм үҙе теләгән йыр.

Бәйгелә ҡатнашҡандар ир тауыштары менән эшләү үҙенсәлектәренә арналған оҫталыҡ дәрестәрендә, конкурс һөҙөм­тәләре буйынса “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнаша ала. Тантаналы ябыу һәм еңеүселәрҙең гала-концерты 3 мартта Ҡала мәҙәниәт һарайында буласаҡ. Тамашасыларҙы саҡырылған ҡунаҡтар – Таһир Сәйфуллин исемендәге Дәүләт академия хор капеллаһының ирҙәр төркөмө, “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбленең ирҙәр төркөмө, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының малайҙар капел­лаһы, “Премьер” вокаль төркөмө, респуб­ликаның малайҙар хорҙары һәм ирҙәр ансамблдәре үҙ тауышы менән шатландырасаҡ.

Республика халыҡ ижады үҙәге, Өфө сәнғәт училищеһы, баш ҡала хакимиә­тенең мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығы ойошторған конкурстың төп маҡсаты – ирҙәр хоры һәм ансамблдәре йолаһын һаҡлау һәм популярлаштырыу, милли композиторҙар мәктәбе нигеҙендә репертуар булдырыу, уларҙың йырлау сифатын күтәреү.

Сарала ҡатнашырға теләгән кешеләр 26 февралгә тиклем Республика халыҡ ижады үҙәгенә ғариза тапшыра ала.
Читайте нас: