Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
27 Февраль 2019, 22:33

Башҡорттар Мәскәүҙе гөрләтте

Мәскәүҙең “Лира” мәҙәниәт һарайында Башҡортостанға – 100, “Аҡ тирмә” башҡорт милли мәҙәниәт үҙәгенә дүрт йыл тулыуға арналған йәнле байрам үтте.

Баш ҡалабыҙҙың төрлө тарафтарында йәшәгән милләт­тәш­тәребеҙ әүҙем йыйылды тама­шаға. Концертҡа шулай уҡ татар, урыҫ һәм башҡа милләт вәкил­дәренең дә ихлас килеүе баш­ҡорттарҙың мәҙәниәтенә, тарихына ихтирамы хаҡында һөй­ләй ине. Кисә алдынан, тәнәфес ваҡытында милли аҙыҡтар, сувенир һәм биҙәүестәрҙе лә халыҡ теләп һатып алды.

Биш йөҙ урынға иҫәпләнгән тамаша залы шығырым тулды. Был коллективҡа халыҡ әүҙем йөрөй. Яңы ғына барлыҡҡа килһә лә, улар, халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстарында ҡатна­шып, лауреат булған. Үҙ иҫәп­тәренә ҡыйбатлы сәхнә костюмдары тектергәндәр.

Милли мәҙәниәт үҙәгендә шулай Мәҙинә Илһамова етәксе­легендә “Илһам” фольклор, Айҙар Хәмзин етәкселегендәге “Шоңҡар” халыҡ бейеүҙәре ансамбле сту­дия­һы ла эшләп килә. Әйткәндәй, Айҙар – данлыҡлы йырсыбыҙ Ғәли Хәмзиндең улы.

Ике бүлектән торған бай йөк­мәткеле концерттағы сығыштар аша халҡыбыҙҙың тарихи үткә­ненә байҡау яһалды. Тамашаны “Уралым” йыры менән ансамбл­дең музыка етәксеһе Ринат Хәбиров асып ебәрҙе. Сығышы менән Мәсетленән булған егет оҫта итеп ҡурайҙа һыҙҙырыуы менән дә һоҡландырҙы. Мәсет­ле­нән йәнә бер егет Салауат Зәй­нетдинов “Ирәндек бөркөтө” бейеүе менән тамашасыны таң ҡалдырҙы. Мәскәүҙәр Гөлкәй Хәлиуллинаның бейеүҙәрен, Фәү­риә Саяхованың “Сыбай ҡашҡа” йырын оҡшаттылар. Ансамблдең әүҙем ағзаһы, рус егете Андрей Смирновтың халыҡ йыры “Любизар”ҙы бейей-бейей йырлауын халыҡ оҙаҡ алҡыш­ланы. “Роскосмос” ойошмаһында эшләгән Андрей думбырала ла оҫта уйнай.

Концерттың икенсе бүлегендә Айҙар Хәмзин, Редик Ефремов, Харис Шәриповтың йырҙарын да баш ҡала тамашасыһы яратып ҡабул итте.

Автор: И.Хаков.
Читайте нас: