Дим буйҙары
-16 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
6 Март 2019, 20:07

Башҡортостандың 100 йыллығына - "Башҡортостан тураһында поэма"

Ошо исем аҫтында 23 мартта Өфөлә тантаналы концерт үтәсәк. Исеме үк әйтеп тороуынса, ул республикабыҙҙың барлыҡҡа килеүенә бер быуат тулыуға арнала.

Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова белдереүенсә, концерт әҙәби формала төҙөлөп, бер нисә блокта үтәсәк. Лазер яҡтылыҡ шоуы һәм Башҡортостан тураһында ролик та күрһәтеләсәк.

Тантанала Ф.Ғәскәров исемендәге ансамбль, "Мираҫ" йыр һәм бейеү фольклор ансамбле, Башҡорт опера һәм балет театры солистары, Милли симфоник оркестр, Халыҡ инструменттарының милли оркестры, Дәүләт академик хор капеллаһы, Стәрлетамаҡ концерт-театр берекмәһенең бейеү театры, Нефтекама дәүләт филармонияһы ҡатнашырға теләк белдергән. Шулай уҡ Асҡар һәм Илдар Абразаковтар, Алһыу Сафина, Роберт Юлдашев, Радик Юлъякшин, «Голос» шоуы финалсылары Рушана Вәлиева, Наҙгөл Отузова ла сығыш яһаясаҡ.