Дим буйҙары
-19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
7 Март 2019, 15:57

«Башҡортостанда тыуғандар» концерты юбилей сараларына старт бирҙе

Мәскәүҙең халыҡ-ара Музыка йортонда кисә Башҡортостанда тыуып үҫкәндәр, республика, уның иҡтисади ҡеүәте һәм бай мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһынғандар йыйылды. Байрам кисәһе кемдәргәлер — элекке таныштар менән аралашыу һәм яңы дуҫтар табыу, кемдәргәлер — кесе ватанын иҫкә төшөрөү урыны, ә кемдәргәлер яңы ҡыҙыҡлы проекттарға күпер булды.

Светланов исемендәге Ҙур залдың сәхнәһендә Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына бағышланған байрам концерты үтте. «Башҡортостанда тыуғандар» юбилей тантаналары утын ҡабыҙҙы. Сара Башҡортостандың бер быуатлыҡ юбилейына арналған байрам сараларының тәүгеһе булды.

Кисәгә бик күп яҡташтарыбыҙ, ҡунаҡтар килде, улар араһында федераль власть органдары вәкилдәре, Федерация Советы ағзалары һәм Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары, сит илдәрҙең дипломатик миссиялары етәкселәре, эшҡыуарлыҡ берләшмәһе, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре бар ине. Концертты Сибайҙың музыка мәктәптәре уҡыусылары ла ҡараны. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров сәләмләү һүҙен әйтте.

Гала-концертта Башҡортостанда тыуып үҫкән сәнғәт оҫталары ғына сығыш яһаны. Сәхнәлә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Өфөнөң Черниковка биҫтәһе тыуған төйәгенә әүерелгән күренекле скрипкасы һәм дирижёр, СССР-ҙың халыҡ артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Владимир Спиваков етәкселегендәге Рәсәй Милли филармония оркестры уйнаны.

Концерт программаһына республиканың билдәле йыр мәктәбе тәрбиәләнеүселәре — Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, ике тапҡыр «Грэмми» премияһын алған Илдар Абдразаҡовтың; Башҡортостандың халыҡ артисы, Мария театры солисы Асҡар Абдразаҡовтың; Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, «Алтын битлек» милли театр премияһы лауреаты Дилара Иҙрисованың; виртуоз-инструменталистар — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Артур Нәзиуллиндың; Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, виолончелдә уйнаусы Рөстәм Хәмиҙуллиндың һәм башҡаларҙың сығыштары инде. Артистар үҙ репертуарынан инструменталь әҫәрҙәр һәм опера арияларын башҡарҙы.

Башҡортостандың халыҡ артисы, танылған виртуоз ҡурайсы Роберт Юлдашев, «Сыңрау торна» көйөн заманса аранжировкала уйнап, дәррәү алҡыштарға күмелде. Ҡурайсының Асҡар Абдразаҡов менән берлектәге номерын — «Уралым» йырын да тамашасылар йылы ҡабул итте.

Владимир Спиваковтың II Халыҡ-ара скрипкасылар конкурсының Гран-прийына лайыҡ булған Мария Дуэньяс (Испания) кисәнең махсус ҡунағы булды. Сара ағалы-ҡустылы Илдар һәм Асҡар Абдразаҡовтарҙың сығышы менән тамамланды.

Концерт алдынан ҡунаҡтарҙы Башҡортостандың йәш таланттары – Владимир Спиваковтың Хәйриә фонды стипендиаттары сәләмләне. Мәскәүҙең Музыка йорто фойеһында ҡунаҡтар өсөн «Башҡортостан – Рәсәй ынйыһы» фотокүргәҙмәһе ойошторолдо, унда Башҡортостандың билдәле фоторәссамдарының 44 эше күрһәтелде.

20 сентябрҙә «Зарядье» концерт залында тағы бер ошондай концерт ойоштороу күҙаллана.

Башинформ.