Республика күләмендәге мәҙәни сарала йыр коллективтары – малайҙар, үҫмерҙәр һәм ирҙәрҙең хор һәм вокаль ансамблдәре ҡатнашты. Йәш буйынса сикләүҙәр юҡ ине. Ижади коллективтар өсәр сығыш әҙерләне: патриотик, халыҡ һәм үҙе теләгән йырҙы башҡарыу мөмкинлеге бар ине.
Ирҙәр башҡарыуындағы хор һәм коллектив йырҙар башҡарыуҙы һаҡлау һәм популярлаштырыу маҡсатында ойошторолған бәйгегә республикабыҙҙың төрлө мөйөшөнән 32 коллектив ҡатнашҡан - ике ҡала һәм 32 райондан. Иң йәш ҡатнашыусыға ни бары алты йәш булһа, Балаҡатай районынан килгән йырсы 79 йәштә ине.
Конкурста ҡатнашҡан төрлө хор, вокал төркөмдәре араһында Аҙнай мәҙәниәт йортоноң “Ялан” ансамбле лә бар ине. Ауыл сәхнәһендә үҙҙәренең йыр-моңдары менән йыш ҡына ауылдаштарын һөйөндөргән Мәжит Миһранов, Закир һәм Фидан Ситдиҡовтар, Хәйҙәр Хафизов, Таяр Шириязданов, Зәлир Әлмөхәмәтов ҙур сәхнәлә лә һынатманы. Улар патриотик рухтағы “Батырҙар йыры”, халыҡ йыры “Ирәндек”те һәм яҡташтарыбыҙ ижад иткән “Башҡортостан – тыуған ерем” тигән йырҙарҙы башҡарып II дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Аҙнай ир-егеттәренә “Афарин!” тиергә генә ҡала.