Дим буйҙары
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
12 Март 2019, 00:36

Спектакль ҡуйылды

Ҡасҡын ауылы клубында Н. Асанбаев драмаһы буйынса «Тыуған көн» тигән спектаклдең премьераһы булып үтте.

Ваҡиға ҡалала өс булмәле фатирҙа бара. Йорт хужаһы Афзалетдинға (Р. Хәбибуллин) ошо көндә 50 йәш тула. Уның ҡатыны Сабырбикә (Нәсимә Хәсәнова) - юбилей табыны ҡороу менән мәшғүл. Уларҙың ҡыҙҙары Зиләгә (Илзиҙә Хәбибуллина) 18 йәш. Көтмәгәндә ауылдан етмеш йәшлек Ғәрифә (Сара Вилданова) килеп төшә. Ул төйәнгән, ейәнсәре Зиләгә бүләктәр, улы менән килене Сабырбикәгә мендәр, күп итеп ауыл күстәнәстәре алған. Ғәрифәне колхоздың тантаналы йыйылышында Ялта курортына путевка менән буләкләйҙәр. Ул шатлығын улы менән бүлешергә тип килә, ләкин ул үҙенең көтөлмәгән ҡунаҡ икәнен һиҙеп ҡала ла, үҙен бөтөнләйгә килдем, тип алдай. Сабырбикә килендең ене ҡотора, ризаһыҙлыҡ белдерә. Был йортҡа килеүенә Ғәрифә лә бик борсола.

Йорттағы бындай ваҡиғалар Ғәрифәгә бик насар тәьҫир итә. Был ваҡиғаларҙы күҙ алдыннан күрше ҡарт Әхмәтсафа (Ғилфан Вилданов) кисерә. Ул бындай выжданһыҙлыҡты күреп, иҫе китә. Әсәһенә бындай ҡараш күрһәтеүҙәренә риза булмауын Афзалға әйтә. Һуңынан хәлде аңлап алып Афзал әсәһен көйләп ҡарай, әммә Ғәрифә улының өйөндә сәй ҙә эсмәй китергә мәжбүр була. Тамашасылар спектаклде бик йылы ҡабул итте, алҡыштар менән оҙатты. Һәүәҫкәр артистарҙың килештереп уйнауы жюри ағзаларының да күңеленә хуш килде. Ғ.Вилданов (Әхмәтсафа), И.Хәбибуллина (Зилә) ролдәрҙе бик оҫта башҡарыусылар булып танылды. Эпизодик роль булыуға ҡарамаҫтан, колхоз шоферын Ғ.Хәсәнов шартына еткереп уйнаны. Афарин, беҙҙең пьеса барып сыҡты, тип әйтке килә. Ҙур рәхмәт әртистәребеҙгә.

Сара Вилданова,

Ҡасҡын ауылы.
Читайте нас: