Кәримов Илгиз Мостафа улы 1942 йылдың 10 ғинуарында БАССР-ҙың Шишмә районы Келәш ауылында тыуған. 1967 йылда Мәскәү дәүләт университетын тамамлағандан һуң 1977 йылға тиклем «Литературная Россия» гәзите хеҙмәткәре, 1974 йылдан бүлек мөдире булып эшләгән. 1972 йылдан — СССР-ҙың телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәре. 1973 йылда «Молодой коммунист» журналының бүлек мөдире итеп тәғәйенләнгән. 1997-2005 йылдарҙа — «Оракул» журналы хеҙмәткәре (2002 йылда бүлек мөдире).
Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» (1977), «Ауыл адвокаттары» (1989), «Ғүмер миҙгелдәре» ( 2004) һәм башҡа әҫәрҙәрен, Әхиәр Хәкимдең «Думбыра сыңы» романын (1988), Таһир Таһировтың «Буранлы көндәр» китабына ингән повестарҙы һәм хикәйәләрҙе, шулай уҡ балҡан, татар, сыуаш яҙыусыларының әҫәрҙәрен рус теленә тәржемә иткән.