Байрам был майҙансыҡта тәүгә уҙғарыла. Йола буйынса, Өфөнөң милли мәҙәни үҙәктәренән, шулай уҡ Ғафури районының «Сәйетбаба» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенән һәм Бүздәк районының «Килем» татар тарихи-мәҙәни үҙәгенән 10-дан ашыу этнос вәкиле йыйыла.
Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры урынбаҫары Илшат Сабитов һөйләүенсә, милли ихаталар — тирмәләр, палаткалар ҡуйыла. Байрам ҡунаҡтарын ҙур ҡаҙандарҙа бешкән былау, милли аш-һыу, ҡамыр ризыҡтары менән һыйлайҙар.
Сәхнәлә төрлө милләтле артистар һәм ижади коллективтар сығыш яһай. Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың бөтә милли-мәҙәни берләшмәләре үҙҙәренең программаһын әҙерләй.
Байрам көндөҙгө сәғәт 11-ҙә башлана.
Сараны ойоштороусылар — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Өфө хакимиәте, Республика халыҡтары ассамблеяһы, Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм республиканың милли-мәҙәни йәмәғәт ойошмалары.
Башҡортостанда «Науруз» республика байрамы 2001 йылдан алып билдәләнә. Элекке йылдарҙа ул Салауат Юлаев майҙанында, Аксаков баҡсаһында, Яҡутов исемендәге паркта, Ҡашҡаҙан паркында уҙҙы.