Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
26 Март 2019, 12:21

Нәүрүз байрамына килегеҙ!

31 мартта Өфөлә «Науруз» республика байрамы уҙғарыла. Тап ошо көндә былау буйынса беренсе Өфө чемпионаты старт ала.

Сара тәүге тапҡыр «ЕврАзия» агропаркы майҙансығында була (Халыҡтар дуҫлығы проспекты, 21). Байрам көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.

«Киләсәктә «ЕврАзия» агропаркы «Науруз» байрамын үткәреү урынына әүерелер тип ышанабыҙ. Бөтәһен дә ысын былау менән һыйлайбыҙ! Ул барыһына ла етер, сөнки 100 литрлыҡ 10 ҡаҙан әҙерләнгән», — тип һөйләне агропарк директоры Тимур Мөхәмәтйәнов.

Ойоштороусылар һүҙҙәренсә, тышта ҡунаҡтарҙың күҙ алдында Сәмәрҡәнд, тажик, үзбәк, Бохара, азербайжан былауын бешерәләр. Теләгәндәргә рецептарын алырға мөмкин. Һәр былауҙың үҙенең бешереү сере бар.

Бынан тыш, ҡунаҡтар үзбәктәрҙең милли ризығы «сүмәләк»те әҙерләү буйына оҫталыҡ дәресендә ҡатнаша ала. Сүмәләк — Урта Азия халыҡтарының милли аш-һыуы. Элек уны уңыш булһын өсөн сәсеү эштәре алдынан бешерер булғандар. Был ризыҡтың төп үҙенсәлеге шунда: ул кешегә физик һәм рухи көс бирә. Ризыҡтың төп ингредиенты — шыттырылған бойҙай. Уны әҙерләүе бик оҙаҡ, 10 сәғәткә яҡын, ләкин байрам ҡунаҡтарына быны нисек эшләргә кәрәклеген аңлатырҙар. Уны һәммәһе лә тәмләп ҡарай ала.

Байрамда, ғәҙәттәгесә, республиканың милли-мәҙәни үҙәктәренән этностар: башҡорттар, татарҙар, тажиктар, үзбәктәр, ҡырғыҙҙар, төркмәндәр, азербайжандар, дағстандар ҡатнаша. Улар милли ихаталар-тирмәләр ҡора.

«10 тирмә ҡорабыҙ — башҡорт, тажик, үзбәк, ҡырғыҙ, төркмән һәм башҡалар. Әле үк ҡатнашыусыларҙың ҡомарланып йөрөүен күҙәтәбеҙ, улар ҡунаҡтарҙа сағыу хис-тойғолар уятырға иҫәп тота», — тип хәбәр иттеләр Халыҡтар дуҫлығы йортонда.

"Башинформ".
Читайте нас: