Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
26 Март 2019, 00:04

Өҙҙөрөп баҫ, Резида!

Бәрәкәтле Бишбүләк районыны ере таланттарға бай төбәк. Әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендә лә шаҡтай ғына улар. Араларында бейеүселәре лә юҡ түгел. Марс Сәфиуллин, Минзия Ханнанова, Резида Биктимероваларҙы яҡташтарыбыҙ күптән белә инде. Һүҙ ана шуларҙың һуңғыһы тураһында бара.

Ҡунаҡҡол һылыуының сәхнәләргә күбәләктәй осоп-ҡунып сыҡҡанын күргәнегеҙ барҙыр, моғайын. Ул бейегәндә итек табандарынан осҡондар һибелгәндәй була, йөрәктәр елкенә, күңелдәр талпына. Юҡ, юҡ бер ҙә фәстереп әйтеү түгел, ә ысынында шулай.

Резиданың бейеүгә булған ынтылышы мәктәп осоронан уҡ һиҙемләнә. Уға тәүге бейеүҙәрҙе ауылдашы Зөлхәбирә Харрасова өйрәтә. Һәм ул бөгөн дә уны үҙенең остазы тип һанай.

Мәктәпте тамамлағас, бейеүсе булыу хыялы Резиданы Стәрлетамаҡ мәҙәнитә техникумына алып килә. Ул унда бейеүҙәр өйрәнә, был сәнғәт төрөнөң нескәлектәренә төшөнә. Ә инде махсус уҡыу йортон тамамлағас, тыуған яғына ҡайта һәм Бишбүләк мәҙәниәт йортона хореограф булып урынлаша. Резида балалар менән ихлас шөғөлләнә: уларға башҡорт, татар, үзбәк халыҡ бейеүҙәрен өйрәтә. Улар менән бергәләп үҙе лә бейей.

Шулай ҙа һәләтле ҡыҙ район мөхите менән генә сикләнеп ҡалырға уйламай, ул йәнә Стәрлетамаҡҡа юллана. 1997 йылдың яҙында Стәрлетамаҡ дәүләт бейеү театры артисы булып эшләй башлай. Был осорҙа республикабыҙ район-ҡалаларында һәм ауылдарҙа күп тапҡырҙар сығыш яһай, төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнаша. Ул күрше Ырымбур, Силбәбе, Екатеринбург, Ҡурған, Төмән, Краснодар өлкәһендә гастролдәрҙә була. Шулай уҡ Мәскәү, Сакт-Петербург, Саратовта үткән һабантуйҙарҙа матур сығыштары менән ҡатнаша.

Быларҙан тыш, Резида Биктимероваға 2007-2008 йылдарҙа Төркиәнең Станбул ҡалаһында үткән һабантуйҙа ҡатнашыу бәхете тейә. Йылдар үтеү менән бейеүсенең һәләте тағы ла асыла төшә. 2011 йылда яҡташыбыҙға тағын Төркиәлә, дөрөҫөрәге, Анкара ҡалаһында булырға тура килә. Унда Төрксой ойошмаһы Әхмәтзәки Вәлиди исемен йөрөтәсәк парк асыу тантанаһында төрлө бейеүҙәр башҡарыуҙа ҡатнаша

Резида Вәкил ҡыҙы Биктимерова театр коллективы менән шулай уҡ Голландия, Бельгия илдәрендә илле йыл дауамында үткәрелә килгән халыҡ-ара фестивалдә Рәсәй исеменән сығыш яһай. Бейеүсе яратҡан ансамбле менән илебеҙҙең төрлө төбәктәре сәхнәләрендә үҙенең оҫталығын күрһәтә. Ҡайҙа ғына булмаһын, ауылдың кескәй генә клубтарындамы. Резида һәр бейеүҙе бар күңелен һалып башҡара. Шулай булмайынса мөмкин дә түгел, сөнки талапсан тамашасы һөнәри артистан күпте талап итә. Резида шуға ла һәр такт-элементҡа, һәр хәрәкәткә һаҡ ҡарай, теге йәки был халыҡтың бейеүен бер бөтөн, уны тап балетмейстер ҡуйғанса, теүәл итеп залда ултырусыларға еткерергә тырыша.

Резида Вәкил ҡыҙы 2012 йылда Ҡырғыҙстандың Ош, Бишкәк, Джалабабад ҡалаларында үҙенең матур сығыштары менән мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙе шатландырҙы. Шат йөҙлө тамашасылар яратҡан артистарыбыҙҙың бейеү ритмына ҡушылып дәррәү ҡул сабалар. Тимәк, оҡшаталар, үҙ итәләр. Эйе, актерҙың уңышлы сығышы тамашасының алҡышлап сабыуында, уның йөҙөндә, ысын йөрәктән әйткән рәхмәтендә сағыла.

Бейеү театры коллективында, оҙаҡ йылдар эшләү дәүерендә, Резида башҡорт, татар, рус һәм башҡа халыҡтарҙың сәнғәтен уңышлы пропагандалай. Ҡайҙа ғына булһа ла, гатсролдәрҙә йөрөгәндә уларҙың культураһына, бигерәк тә бейеү сәнғәтенә иғтибар итә.

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе солисткаһы бөгөн дә сәхнәлә уңышлы сығыш яһай. Резида бейегәндә иҙәндәр һелкенә, хатта дәртһеҙҙәрҙең ҙә йөрәктәре елкенеп ҡуялыр, моғайын.

- Һәр башҡарған бейеүем тамашасы күңеленә онотолмаҫлыҡ бер моң, ниндәйҙер илаһи бүләк булып барып етһә, сикһеҙ шатланыр инем, - ти ул.

Әнүәр Сөләймәнов.
Читайте нас: