Дим буйҙары
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
27 Март 2019, 23:28

Бөгөн – Халыҡ-ара театр көнө.

Был дата 1961 йылдан билдәләнә. Халыҡтар араһында дуҫлыҡ һәм татыулыҡты нығытыу өсөн Халыҡ-ара театр эшмәкәрҙәре конгресында 27 март Театр көнө тип иғлан ителә.

Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма, Рус академия драма театры, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай театрҙары бай ижад юлы, актерҙар мәктәбе менән ғорурлана.

Өфө Нур татар дәүләт театры, «Сулпан» Сибай дәүләт балалар театры, Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры, Милли йәштәр театры һәм Туймазы татар дәүләт драма театры – бөгөн республиканың уңышлы эшләүсе сәнғәт үҙәктәре.

Беренсе Башҡорт дәүләт театры 1919 йылда Стәрлетамаҡта төҙөлә.

Суверенитет йылдарында Башҡортостан Республикаһында профессиональ театр учреждениелары селтәре һаҡланған һәм үҫеш алған. Башҡортостанда барыһы 12 дәүләт театры бар. 6 театр Өфө ҡалаһында эшләй: 1 музыка театры – Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, 4 драма – М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры, Рус дәүләт академия драма театры, "Нур" Өфө дәүләт татар театры, Башҡортостан Республикаһының Милли йәштәр театры, 1 ҡурсаҡ театры – Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры.

Башҡа театрҙар икенсе ҡалаларҙа урынлашҡан: А. Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры, Салауат дәүләт башҡорт драма театры, Стәрлетамаҡ ҡалаһының рус дәүләт драма театры, Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры, "Сулпан" Сибай дәүләт башҡорт балалар театры һәм Туймазы дәүләт татар драма театры. Уларҙың сәхнәләрендә Өфө дәүләт сәнғәт академияһының театр факультетын тамамлаусылар тылсымлы сәнғәт донъяһына сума.

М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры, "Нур" Өфө дәүләт татар театры, М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры, А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт театрҙарының архитектура биҙәлеше һәм техник йыһазландырыу буйынса уникаль биналарының төҙөлөшө тамамланды. БР рус дәүләт академия драма театры, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры һәм Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры биналарын яңыртыу эштәре алып барыла.

Бөгөнгө тамашасы зауығына һәм шул уҡ ваҡытта донъя театр сәнғәте тенденцияларына тулыһынса тап килгән репертуар сәйәсәтен формалаштырыу буйынса маҡсатлы эш алып барыла. Шуға күрә театр репертуарҙарында милли драматургия менән бер рәттән рус һәм сит ил классик һәм заман авторҙары әҫәрҙәре лә урын алған. Шулай уҡ театр сәхнәләрендә Рәсәй төбәктәренең һәм БДО илдәре авторҙарының классик һәм заман пьесалары буйынса спектаклдәр ҙур уңыш менән бара.

Башҡортостан Республикаһында театр сәнғәте үҫешенә ҙур иғтибар бүленә, төрлө фестиваль һәм конкурстар ойоштороп тора. 1991 йылдан – "Өфөлә Шаляпин кисәләре" Халыҡ-ара опера сәнғәте фестивале, 1992 йылдан – "Актер йыры" конкурсы, 1993 йылдан – "Театр яҙы" республика фестивале һәм Р.Нуриев исемендәге Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале, 1991 йылдан "Туғанлыҡ" Халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале һәм "Ҡолонсаҡ" Республика балалар өсөн спектаклдәр фестивале үткәрелә.

Республиканың театр ойошмалары күп тапҡыр Рәсәй Федерацияһы, сит илдәрҙә үткәрелгән халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, төбәк һәм республика театр фестивалдәрендә ҡатнашты һәм еңеү яуланы: Мәскәүҙә "Алтын битлек" ("Золотая маска"), Магнитогорск ҡалаһында "Сикһеҙ театр" ("Театр без границ"), Ҡазанда "Науруз" ("Навруз"), Һамарҙа "Алтын шалҡан" ("Золотая репка"), Төркиәнең Стамбул ҡалаһында "Театр киңлеге" ("Простор театр"), Тольяттиҙа "Улар" ("Он и Она"), Төмәндә "Алтын атҡай" ("Золотой конек"), Ҡырғыҙстанда "Арт-Ордо", Белорусия Республикаһының Минск ҡалаһында "Аҡ вежа" ("Белая вежа") һәм башҡалар.

Йыл һайын Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ярҙамы менән Рәсәй һәм сит илдәр буйлап театрҙарҙың гастролдәре ойошторола. Һуңғы йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры Бразилия, Португалия, Мысыр, Таиланд илдәренә, М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры – Төркиә һәм Ҡытайға, Рус дәүләт академия драма театры Белорусия, Польша һәм Италияға гастролдәр менән барҙы. Хеҙмәттәшлек тураһында ҡабул ителгән килешеүҙәр нигеҙендә башҡорттар тығыҙ йәшәгән төбәктәрҙә, туған телгә һәм мәҙәниәткә ылыҡтырыу маҡсаты менән, милли театр коллективтарының сығыштары ойошторола.

Республика етәкселегенең театр сәнғәтенә булған иғтибары һәм хәстәре донъя һәм Рәсәй йәмәғәтселегендә киң танылыу алды. 2006 йылда Башҡортостан Республикаһы Президентына "Театр сәнғәтенә ярҙам иткәне өсөн" номинацияһында "Алтын битлек" Рәсәй милли театр премияһы тапшырылыуы ошо турала һөйләй.

Театр – ул тамаша ғына түгел, ә беҙҙең тормошобоҙ ҙа. Ул халыҡты әхлаҡи, эстетик һәм патриотик яҡтан тәрбиәләй. Рус театрҙарында рус һәм сит ил генә түгел, шулай уҡ башҡорт драматургияһын да күрергә мөмкин булыуы иғтибарға лайыҡ. Ә башҡорт һәм татар театрҙарында милли спектаклдәрҙән тыш, рус һәм сит ил авторҙарының әҫәрҙәре лә сәхнәләштерелә.
Читайте нас: