Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
27 Март 2019, 20:57

Башҡорт фольклорын үҫтереү мөһим

“Тылсымлы моңдар” башҡорт фольклор коллективтарының республика фестивале фольклорсы ғалим Әхмәт Сөләйманов иҫтәлегенә бағышлана.

Был фестиваль проектын ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, “Башҡортостан Республикаһы сәсәндәр үҙәге” Фольклорҙы үҫтереү буйынса коммерциялы булмаған автоном ойошма, БР Бишбүләк районы хакимиәте сығыш яһай. Фестивалдең төп бурыстарының береһе – башҡорт фольклорын һаҡлау һәм үҫтереү, пропагандалау һәм уның йәш быуынға эстетик тәрбиә биреүҙә ролен көсәйтеү.

Фолклор фестивале сиктәрендә киң халыҡ ижады күргәҙмәһе ойошторола, унда беҙҙең Дим төбәге башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының боронғо костюмдары (йәки элементтары) һәм аҫалы балаҫтар тәҡдим ителәсәк. Ҡатнашыусылар өсөн башҡорт костюмы элементы – һаҡал яһау һәм традицион йәйәнән атыу буйынса мастер-кластар уҙасаҡ.

“Тылсымлы моңдар” башҡорт фольклор коллективтары фестивале республикала иң матур фольклор байрамдарының береһе. Иглин, Бүздәк, Әлшәй, Миәкә, Әбйәлил, Өфө, Шишмә, Архангель, Дыуан райондарынан, Мәләүез, Туймазы, Благовещен ҡалаларынан килгән ижади коллективтар сағыу сығыштары менән һөйөндөрөр тип өмөт итәбеҙ.

Зүлиә Таҡетдинова,

Район мәҙәниәт һарайы методисы.
Читайте нас: