Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
27 Март 2019, 20:34

“Башҡортостанда эшләнгән!”

Район халҡы театр фестивале хис-кисерештәрен оноторға ла өлгөрмәне, “Башҡортостанда эшләнгән!” ауыл биләмәләре, район үҙәге һәм ойошмалары араһында Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыуға бағышланған яңы ижади проект старт алды.

Конкурс Баҙлыҡ ауылы Күп функциялы мәҙәниәт үҙәгендә старт алды, район хакимиәтенең мәҙәниәт комитеты рәйесе Елена Арефьева конкурс символы – штандартты Баҙлыҡ ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Юрий Васильевҡа тапшырҙы. Церемонияны тантаналы асҡандан һуң, ауыл биләмәһе ойошмалары тамашасылар һәм жюри ҡарамағына матур концерт номерҙары тәҡдим итте. Фойела декоратив-ғәмәли сәнғәт оҫталарының ҡул эштәре ҡуйылғайны. Концерт “эстафетаһы” бер ауыл биләмәһенән икенсеһенә штандарт тапшырыу менән марафон рәүешендә дауам итәсәк. Концерттарға килегеҙ, үҙегеҙҙең хеҙмәттәштәрегеҙгә теләктәшлек белдерегеҙ.

Ирина Михайлова,

Автор фотоһы.
Читайте нас: