Бишбүләк ауылы Мәҙәниәт һарайы финал сараһы бүләкләү тантанаһынан башланды. Фестиваль еңеүсеһе Уҫаҡ-Кисеү ауыл Мәҙәниәт йортоноң “Нур” театр коллективы (етәксеһе Венер Хисамиев) төп бүләккә – Гран-приға лайыҡ булды. I дәрәжә лауреат исеменә Аҙнай ауылы Мәҙәниәт йортоноң “Тамаша” театр коллективы лайыҡ булды (етәксеһе Рәзинә Әлмөхәмәтова) һәм Уҫаҡ-Кисеү ауылы Мәҙәниәт йортоноң “Алтын ай” балалар театр коллективы (етәксеһе Фәнүзә Әхмәтйәнова). Дүсән ауылы күп функциялы мәҙәниәт үҙәгенең “Гел шаян” театр коллективы (етәксеһе Мәрсиә Фазылова) һәм Йылбулаҡтамаҡ ауылы Мәҙәниәт йорто балалар коллективы (етәксеһе Мөнирә Хәйруллина) II дәрәжә лауреат булды. III дәрәжә лауреаттар – Киҫтәнле-Боғҙан ауылы Мәҙәниәт йортоноң “Комики” театр коллективы (етәксеһе Светлана Павлова) һәм Тулбай клубының “Маски” балалар театр коллективы (етәксеһе Нурия Хисамова). Фестивалдең барлыҡ еңеүселәренә дипломдар, театраль статуэткалар һәм грим тапшырҙылар.
Бүләкләү тантанаһынан һуң, тамашасылар бик теләп иң уңышлы тип һаналған спектаклдәрҙән өҙөктәр ҡаранылар. “Гел шаян” театр коллективы Ф.Бүләковтың “Бабай урлау” комедияһынан өҙөк менән, Киҫтәнле-Ивановка мәҙәниәт йортоноң “Туслах” театр коллективы (етәксеһе Елена Иванова) А.Волковтың “Туй икерчи” пьесаһы, Айыт ауылы Мәҙәниәт йортоноң “Миҙгел” драма коллективы “Йәсмин гөлө” драмаһы фрагменты, “Тамаша” театр коллективы С.Әбүзәрҙең “Хыялый” лирик комедияһынан фрагмент, “Комики” театр коллективы Н.Сидоровтың “Кукша пуса куршанка сапасмасть” комедияһына өҙөк, Ҡаныҡай клубының театр коллективы (етәксеһе Роза Нафиҡова) “Айгөл иле” спектакленән өҙөк күрһәтте. Балыҡ актерҙар ҙа үҙ ролдәрен ысын күңелдән бирелеп уйнаны.
“Миҙгел” драма театрының күренекле татар поэты-патриоты, яҡташыбыҙ Ф.Кәрим тураһында пьеса ҡуйыуы тамашасылар күңеленә хуш килде. Һәүәҫкәр артистарҙың сығышы уңышлы булды. Ҡәҙриә ролен башҡарыусы Рәйсә Хафизова “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” номинацияһында бүләкләнде. “Хыялый” лирик комедияһынан фантазер Ғиззәт үҙенең йондоҙон табырға хыяллана. Һәм табыу ғына түгел, ул самолет яһап, осоп та китә. Ғиззәт ролен ифрат килештереп уйнаған Закир Ситдиҡов “Иң яҡшы ир-ат роле” тигән театр статуэткаһын алды. Спектаклдәрҙән иң яҡшы эпизодтар, бейеү һәм йырҙар, музыка менән бергә үрелеп барған үҙешсән актерҙарҙың иҫ киткес уйнауы тамашасыны илатты ла, көлдөрҙө лә. Сығыштар көслө алҡыштар менән оҙатылды.
Фото Бишбүләк ауылы Мәҙәниәт һарайының сайтынан.