Дим буйҙары
+17 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
МӘҘӘНИӘТ
29 Марта 2019, 17:42
Башҡортостандың 100 йыллыҡ тарихы тураһында электрон китап
«Башҡорт матбуғаты» нәшриәт йорто рус һәм инглиз телдәрендә «Башҡортостан Республикаһы. 100 йыл» («Republic of Bashkortostan 100 years») тигән китап сығарҙы.
Йәшәү эшмәкәрлегенең төрлө төрҙәреү үҫтереү, тарихи һәм аналитик мәҡәләләр миҫалында республика яңы үҫеш офоҡтарын асҡан заманса төбәк, киләсәккә ынтылған эшлекле, мәғлүмәти һәм мәҙәни үҙәк итеп күрһәтелгән.
Баҫма 22-23 мартта уҙған юбилей сараларында: «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «100 бөйөк йыл» тантаналы сараһында һәм «Торатау» конгресс-холында «Берҙәмлек. Гражданлыҡ. Илһөйәрлек» халыҡ-ара фәнни форумында тәҡдим ителде. Артабан китапты халыҡ-ара, федераль һәм төбәк сараларында күрһәтеү күҙаллана.
«Баҫмабыҙ республиканың ыңғай имиджын булдырыуға, инвестиция йәлеп итеүсәнлеген арттырыуға, тышҡы иҡтисади һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе үҫтереүгә булышлыҡ итер тип ышанабыҙ», — тип билдәләнеләр «Башҡорт матбуғаты» нәшриәт йортонда.
Баҫманың электрон версияһы Башҡортостан министрлыҡтары һәм ведомстволары сайттарында, башҡа мәғлүмәт порталдарында урынлаштырылған.
Башинформ.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраля , 04:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраля , 02:01
Берҙәм көс менән
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"