Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
1 Апрель 2019, 21:19

'Башҡортостандың яратҡан рәссамдары'' Бишбүләктә

Был көндө мәҙәниәт һарайында ниндәйҙер иҫ киткес матур нәмә эшләнде. Проектты тәҡдим итеү ниндәйҙер сәнғәт байрамына әүерелде.

Фойела райондың тәжрибәле һәм яңы ғына эшләй башлаған оҫталары, рәссамдары Егор Павлов, Ирина Әһлиева, Иван Митрофанов, Лира Горяйнова һәм Балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәренең иҫ киткес эштәре бар ғәм иғтибарына тәҡдим ителде.

'Башҡортостандың яратҡан рәссамдары'' проектын презентациялау менән башланып китте. Проекттың маҡсаты – бөтә Рәсәйгә һәм унан ситтә рәссамдарыбыҙҙың нисек йәшәүҙәрен һәм нисек ижад итеүҙәрен күрһәтеү. Барлыҡ рәссамдар һәм уларҙың эштәре art.rb.ru парталында күрһәтелгән. Тантаналы шарттарҙа район мәҙәниәт комитеты рәйесе Елена Арефьева халыҡ һөнәрен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән Лира горяйнова, Юрий Исаев, Егор Павлов һәм Владислав Степановҡа район хакимитенән рәхмәт хаттары тапшырҙы. Урындағы рәссамдарға популяр эстрада йондоҙҙары Евгения Сафина, VIA чаппа төркөмө теләктәшлек күрһәтте. Ә бард Рәмил Баҙамшин менән бергә бөтә зал тиерлек бейене. Уларҙың яҡты, дәртле номерҙары тамашасыларҙың көслө алҡышлауына лайыҡ булды.

- Сараға әҙерлек буйынса ҙур эш башҡарылды. Мәғлүмәт әҙерләгәндә, Бишбүләк тарихи-этнография музейы, Дим урта мәктәбе уҡытыусыһы Владимир Чернов, Оксана Иванова – Габдрахманова материалдары файҙаланылды, - тип һөйләй галерея мөдире Римма Геннадьевна. -16 рәссам тураһында тулы мәғлүмәттәр ебәрҙек, уларҙың 13-ө талаптарға тура килде. Былар – Александр Алимасов, Ваксилий Павлов, Урал Солтанов, Виталий Николаев, Рәшит Имашев, Афанасий Степанов, Олег Андреев, Виктор Васильев, Петр Прокопьев, Петр Васильев, Егор ПАвлов, Ирина Әһлиева, Лира Горяйнова, Эш дауам итә. Ваҡытлыса Вәчеслав Алексеев, Юрий Исаев, Вилмир Хәкимов, Афанасий Степановтың эштәрен алып килеүҙәрен үтенәбеҙ.

Был көндө “Халыҡ кәсептәре. Үҫеш перспективалары” темаһына Бишбүләк оҫталары менән осрашыу булды. Бишбүләк Мәдәниәт йорто галереясы житәкчесе Римма Андреева соңгы ике йылда башҡарылған эштәр һәм оҫталар менән таныштырҙы. Заманса декоратив-ғәмәли сәнғәт үҫеш ала, әммә халыҡ кәсебе оҫталары аҙ һәм улар көндән-көн кәмей бара, тип билдәләп үтте. Йөн тетеү, балаҫ һуғыу, тал үреү, шәл бәйләү буйынса оҫталарҙы күрге килә. Осрашыуҙың икенсе өлөшө диалог формаһында үтте. Оҫталар продукцияны нисек яҡшыраҡ һатыу темаһын күтәреп сыҡты. Мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе Елена Арефьева районда туризмдә үҫтереү темаһын яҡтыртты. Оҫталарға уникаль сувенир продукцияһы булдырырға һәм оҫталар араһында коммерциялы булмаған ойошма булдырыу тураһында уйларға тәҡдим итте. Тулала туризм үҫешен миҫал итеп килтерҙе.

Ирина Михайлова,

Олег Леонтьев фотоһы.
Читайте нас: