2018 йылда Алматыла был повесть 5000 дана менән ҡаҙаҡ телендә «Тастамашы, ана!» исеме менән баҫылды. Ҡаҙағстанда әҫәр шунда уҡ популярлыҡ яуланы һәм бестселлер тип аталды. «Эл-Жастар» Күкшетау йәштәр театрында повесть буйынса спектакль ҡуйылды. Яңыраҡ китап рус телендә лә донъя күрҙе.