Дим буйҙары
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
3 Апрель 2019, 16:10

«BashMult» фестиваль-конкурсы башланды

Башҡортостанда «BashMult» республика фестиваль-конкурсы башланды. Конкурста 7-9 һәм 10-14 йәшлек балалар; 15-17 йәшлек үҫмерҙәр; 18 йәштән өлкәндәр ҡатнаша ала.

Индивидуаль ҡатнашыусылар өсөн «Мажаралар донъяһы» (мажаралар тураһында йәнһүрәттәр, серҙәр һәм сәйәхәттәр), «МультИлһам» (изгелек, мөхәббәт һәм дуҫлыҡ хаҡында йәнһүрәттәр) номинациялары ҡаралған.

Уҡыусыларҙың (белем биреү учреждениелары, балалар клубтары, үҙәктәре һәм берләшмәләре) коллектив эштәре «Күңелле классика» (әҙәби әҫәрҙәр буйынса йәнһүрәттәр); «Замандарҙы бәйләүсе еп» (Башҡортостандың 100 йыллығына, уның мәҙәниәтенә, тарихына һәм милли йолаларына арналған йәнһүрәттәр) номинацияларында ҡабул ителә.

Конкурс йомғаҡтары буйынса номинацияларҙа беренсе урынды яулаған уҡыусылар өсөн төп приз — BashMult статуэткаһы, икенсе һәм өсөнсө урындар өсөн дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр ҡаралған, шулай уҡ Тамашасылар һөйөүе призы булдырылған.

Эштәр 2019 йылдың 25 мартынан 1 октябренә тиклем ҡабул ителә, 16 ноябрҙә конкурсҡа йомғаҡ яһала һәм бүләкләү тантанаһы уҙа.

Положение, өҫтәмә мәғлүмәт, конкурсҡа комментарийҙар, тултырыу тәртибе конкурстың рәсми төркөмөндә баҫыла.

Конкурста ҡатнашыуға ғаризаларҙы 1 октябргә көндөҙгә сәғәт 3-кә ҡәҙәр тапшырырға мөмкин. Адресы: Өфө ҡалаһы, Комаров урамы, 7, Хәрби дан музейы. Электрон почта: [email protected], телефон: 8 (347) 260-44-64.

2016 йылдан алып үткәрелгән «BashMult» фестиваль-конкурсы башҡорт йәнһүрәттән популярлаштырыуға һәм һәләтле ҡатнашыусыларҙы йәнһүрәттәр төшөрөүгә йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.
Читайте нас в