Дим буйҙары
-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
4 Апрель 2019, 16:36

«Китапхана төнө 2019»

Өфөнөң үҙәк ҡала китапханаһы «Китапхана төнө 2019» — «Театрҙан алып Китапҡа тиклем» Бөтә Рәсәй акцияһына саҡыра. 19 апрелдә китапханалар иртәнән башлап төнгә тиклем асыҡ була

Үҙәк ҡала китапханаһы һәләтле яҙыусылар, артистар, йырсылар һәм оҫта ҡуллылар өсөн үҙ ишектәрен аса. «Китапхана төнө» майҙансыҡтарында юбилейлы 2019 йылдың ваҡиғалары ла сағылдырыла.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу хөрмәтенә уның шиғырҙары төрлө милләт телдәрендә яңғырай. «Башҡортостан Республикаһы» энциклопедияһы менән таныштырыу сараһы республика ойошторолоуҙың 100 йыллығына тура килтерелә.

Өфөләрҙе Рус дәүләт академия драма театры һәм Өфө «Нур» татар дәүләт театры актерҙары менән онотолмаҫ осрашыуҙар көтә. Башҡорт дәүләт медицина университетының Эстрада миниатюралары театры һәм «Эм-Патио» плейбэк театры үҙҙәренең ижадын тәҡдим итә. Кескәй тамашасылар өсөн «Африка арыҫланы нисек әҙәбиәтте һатҡан» спектакле күрһәтелә, шулай уҡ теләгән һәр кем «Әкиәткә сәйәхәт» телетапшырыуына төшөү өсөн кастинг үтә ала.

Кисәлә кубик-рубик йыйыу, кляксография, һүрәт төшөрөүҙең ғәҙәти булмаған алымдары, ҡағыҙ пластика буйынса оҫталыҡ дәрестәре, өҫтәл уйындары ойошторола. Һирәк осрай торған китап күргәҙмәһендә XIX һәм XX быуат башындағы китаптар менән танышырға мөмкин. Шулай уҡ робот техникаһы менән танышыу һәм селфи өсөн театр зонаһы тәҡдим ителә.

«Китапхана төнө 2019» Wanderers ут театрының сығышы, концерт һәм бүләктәр уйнатыу менән тамамлана.
Читайте нас в