Дим буйҙары
+6 °С
Ясно
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
МӘҘӘНИӘТ
6 Апреля 2019, 19:21
"Ер һүҙе" үҙ һүҙен әйтергә әҙер
"Башинформ"дан алынды.12 – 14 апрелдә Өфөлә “Ер һүҙе” I Халыҡ-ара кинофорумының финалы була.
"Башинформ"дан алынды.
12 – 14 апрелдә Өфөлә “Ер һүҙе” I Халыҡ-ара кинофорумының финалы була.
Мәғлүм булыуынса, уның төп маҡсаты – Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү.
Форумдың президенты Булат Йосопов әйтеүенсә, режиссерлыҡ курсын тыңлағандар 12 ҡыҫҡа метражлы, ике документаль фильм һәм ике музыкаль клип әҙерләй. Улар башҡорт, рус, сыуаш, мари телдәрендә.
“Һәр фильмға күңел кисерештәре, туған телдең яҙмышы хаҡында уйланыуҙар һалынған. Ҡыҙыҡлы ҡарарҙар, фекерҙәр, актер эштәре... Был фильмдарҙың һәр береһенең үҙ яҙмышы буласаҡ, улар тамашасыны битараф ҡалдырмаясаҡ”, – ти Булат Йосопов.
Планлаштырылған барлыҡ саралар Актерҙар йортонда үтә. Форум 12 апрелдә киске сәғәт 7-лә асыла, икенсе көндә иртәнге 11-ҙән фильмдар күрһәтелә башлаясаҡ. Сараны ябыу тантанаһы 14 апрель киске сәғәт 7-лә.
bash.rbsmi.ru...
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраля , 04:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраля , 02:01
Берҙәм көс менән
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"