Дим буйҙары
+17 °С
Дождь
Баш
Чув
Тат
Рус
МӘҘӘНИӘТ
10 Апреля 2019, 07:56
Юрий Шатунов: "Атайым менән ҡыҙыҡһынмайым"
Уҙған быуаттың 80-се йылдар аҙағында СССР эстрадаһында йондоҙ булып балҡыған 15 йәшлек Юрий Шатунов бөгөн йәнә миллионлаған тамашасыһын йыр-моңдары менән ҡыуандыра.
Ул Рәсәй буйлап гастролдә йөрөй. Тиҙҙән яҡташыбыҙҙың Өфөлә үтәсәк концерттарын да халыҡ түҙемһеҙләнеп көтә.
Ҡатмарлы яҙмышҡа дусар булған Юра 1973 йылда Көйөргәҙе районының Иҫке Отрада ауылында донъяға килә. Малайға өс йәш тулғанда атаһы Василий Клименко ғаиләнән китә, ә 11 йәшендә әсәһе үлеп ҡала. Ошонан һуң башлана ла инде малай алдында төрлө һынауҙар. Тәүҙә өләсәйҙәрендә йәшәй, улар ҙа донъя ҡуйғас, Юраны балалар йортона тапшыралар. Унан ҡасҡан малай бер аҙҙан интернатҡа барып эләгә.
Йырсы 2000 йылдан бирле Германияла йәшәй. Ҡатыны Светлана менән Дэннис һәм Эстелла исемле балалар үҫтерә. Әйткәндәй, Юраның атаһы бөгөн Күмертау ҡалаһында йәшәй. Бала сағындағы ауырлыҡтарҙы онота алмаған йырсы: "Атайым менән ҡыҙыҡһынмайым, ул миңә бар ни ҙә, юҡ ни", – ти.
bash.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Файҙалы эштәр йылы
19 Июня , 03:17
Һәр яҡлап ярҙам итәләр
Общие статьи
18 Июня , 14:28
Бишбүләк район дауаханаһы: ауырыуҙарҙы профилактикалау hәм кадрҙар мәсьәләһе
Общие статьи
18 Июня , 04:09
Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"