Пьесаны әҙәби яҡтан Зөһрә Бураҡаева эшкәрткән. Спектаклдең нигеҙендә башҡорт ырыуҙарының, бөрйәндәрҙең һәм ҡыпсаҡтарҙың туй йолалары ята. Төп сюжет һыҙығы — Юлдыбай менән Гөлзифаның мөхәббәт тарихы. Яусылау, билбау көрәше, мәһәр түләү, бүләк бирешеү, кәләштең кейәү йортона киткәндә сеңләүе, көйәнтәләп һыуға барыу, ҡымыҙ эсеү — сәхнәлә ошо һәм башҡа башҡорт йолаларын күрергә мөмкин.
«Буранғолов уны драма итеп яҙған, ә мин уны романтик драмаға әйләндерҙем. Ул — өлкәндәр һәм балалар өсөн әкиәт. «Башҡорт туйы»нда халҡыбыҙҙың бөтә көнкүреше, кейем-һалымы, йыр-бейеүҙәре бар», — ти спектаклдең ҡуйыусы режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Азат Йыһаншин.
Заманса 3D- технологияһы ярҙамында 23 ҡатын-ҡыҙ күлдәге өсөн биҙәүестәр эшләнгән (костюмдар буйынса рәссам — Айгөл Байрамғолова, ассистенттар — Рафаэль Амантаев, Илдар Ғатауллин, Әлиә Байрамғолова).
Ҡуйыусы рәссам — Даян Тувалев, композитор — атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхин, хореограф – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова. Спектаклдә башҡорт һәм рус труппаһы ҡатнаша. Ролдәрҙе Лилиә Исҡужина (Гөлзифа), Илгиз Таһиров (Юлдыбай), Илнур Лоҡманов (Ханнан), Илсур Хәбиров (Йәнгилде), Гөлбинә Сафуанова/Эльмира Саматова (Йомабикә), Гөлшат Ғайсина/Гүзәл Әйүпова (Йәмилә), Рәмзил Сәлмәнов (Йәнтүрә кантон) башҡара.
Премьера аншлаг менән үтте, залда башҡорт йәмәғәтселеге вәкилдәре, шулай уҡ Татарстан һәм Ханты-Манси автономиялы округы ҡунаҡтары бар ине. Спектакль алдынан этно-дефиле ойошторолдо.
Мөхәмәтша Буранғоловтың «Башҡорт туйы» мелодрамаһы 1926 йылда яҙылған. Тәүге тапҡыр 1928 йылда Башҡорт драма театры сәхнәһендә ҡуйылған (режиссер Вәлиулла Мортазин-Иманский).