Дим буйҙары
+4 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
МӘҘӘНИӘТ
28 Апреля 2019, 12:10
Таныш булығыҙ: "Һылыуҡай-2019"!
“Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Һылыуҡай” республика милли матурлыҡ конкурсының финал өлөшө гөрләп үтте.
“Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Һылыуҡай” республика милли матурлыҡ конкурсының финал өлөшө гөрләп үтте.
27-се тапҡыр уҙғарылған сарала төбәгебеҙҙең 12 район-ҡалаһынан, Мәскәүҙән килгән һылыуҡайҙар төрлө номинацияларҙа көс һынашты.
Быйылғы конкурс Башҡортостандың 100 йыллығына, Театр йылына һәм киләһе йыл беҙҙә үтәсәк Фольклориадаға бағышланды. Ойоштороусылар – Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Башҡортостан телерадиокомпанияһы.
Конкурсанттар йырға, бейеүгә маһирлығын, үҙен сәхнәлә тотоу оҫталығын күрһәтте, тамашасыларҙың төрлө һорауҙарына тапҡыр яуап бирҙе. Үҙҙәре менән таныштырғанда, Башҡортостандың киләһе йөҙ йыллығын нисек күҙаллауҙары тураһында бәйән иттеләр.
Һынауҙар тамам. Бына улар – еңеүселәр: III урында – Мәскәүҙән Зилиә Агишева, Федоровка районынан Сәлимә Солтанғолова, Йылайырҙан Гөлфиә Ҡудашева; II Зөлфиә Байбулатова һәм Ләйлә Йәнбирҙина; I урында – Салауат районынан Диана Шөғәйепова.
bash.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраля , 04:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраля , 02:01
Берҙәм көс менән
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"