Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
29 Апрель 2019, 16:41

Туймазы хәҙер Туҡайлы

Бөйөк шағир бюсы "Төмәнәк" татар милли-мәҙәни үҙәге ҡаршыһына ҡуйылды.

Башҡортстандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Татарстандың атҡаҙанған артисы, композитор, меценат һәм эшҡыуар Фәнир Ғәлимов шулай итеп күптәнге хыялын тормошҡа ашырҙы, үҙенең милләтенең тоғро улы булыуын, уның үҫеше өсөн тырышыуын тағы бер тапҡыр иҫбат итте.

Бер нисә йыл элек уның тарафынан асылған "Төмәнәк" татар милли-мәҙәни үҙәге районда йәшәүсе милләттәштәрҙең тәрбиәүи сараларҙа осрашыу урыны ғына түгел, төрлө милләттәр өсөн дуҫлыҡ йортона әүерелде.

Боронғо тарихлы тыуған ауылы Төмәнәк янында ойошторолған асыҡ һауалағы "Бабай утары" музей-комплексы райондың визит карточкаһы ғына түгел, республика һәм Рәсәйҙә йәшәүселәр өсөн дә ҡыҙыҡлы туристик маршрутҡа әүерелде.

Һәм бына инде Туҡай бюсы ла күптәр, бигерәк тә йәштәр өсөн фәһемле осрашыу урынына әүерелер.

Туҡайҙы Туймазы менән данлыҡлы яҡташыбыҙ, райондың Туҡтағол ауылында тыуып үҫкән, шулай уҡ бик иртә ата-әсәһен юғалтҡан, апаһында тәрбиәләнгән Ғәли Хикмәтуллин бәйләй. Яҙмыштары оҡшаш ике етем егет Уральскиҙағы мәҙрәсәлә осрашалар. Туҡай менән мәҙрәсәлә уҡыған осорон ғүмеренең иң матур бер хатирәһе итеп күңелендә йөрөтә Ғәли Хөсәйен улы.

Иң ҡатмарлы 1937-53 йылдарҙа Ғәли Хикмәтуллин Туймазы ҡасабаһы Советы рәйесе була. "Маҡтау билдәһ" ордены менән бүләкләнә. 1984 йылда, 101 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсә.

Туҡай бюсын асыу тантанаһына район хакимиәте вәкилдәре, татар йәмәғәтселеге, уҡытыусылар, уҡыусылар, күрше райондарҙан, Татарстандан ҡунаҡтар килгәйне.

"Ҡыҙыл таң" гәзитенән.
Читайте нас: