Дим буйҙары
+23 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
МӘҘӘНИӘТ
16 Мая 2019, 14:30
«Китап» нәшриәте «Ҡыҙыл майҙан» китап фестивалендә ҡатнаша
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте йәнә Мәскәүҙә «Ҡыҙыл майҙан» китап фестивалендә ҡатнаша. Нәшриәттең стенды «Рәсәй төбәктәре» павильонына урынлаштырыла.
Унда башҡорт, рус, татар, инглиз һәм башҡа телдәрҙә ижтимағи-сәйәси, шул иҫәптән тыуған яҡты өйрәнеү, тарихи, фәнни-популяр, уҡыу, белешмә әҙәбиәт, шулай уҡ һүҙлектәр һәм альбомдар, башҡорт әҙәбиәте классиктарының һәм йәш авторҙарҙың китаптары, кескәйҙәр өсөн сағыу китаптар тәҡдим ителә.
1 июндә көндөҙгө сәғәт 2-лә нәшриәт предприятие менән таныштырыу сараһы уҙғара. Нәшриәттең тарихы, уңыштары һәм ҡаҙаныштары, төрлө йылдарҙа донъя күргән китаптар, иң ҡыҙыҡлы проекттар тураһында мәғлүмәт бирелә. Китап байрамында ҡатнашыусыларҙың башҡорт әҙәбиәте классиктары танышыу мөмкинлеге бар. Улар – быйыл тыуыуының 100 йыллығы билдәләнгән Мостай Кәрим, исемен «Китап» нәшриәте ғорурлыҡ менән йөрөткән Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева, Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Рәми Ғарипов, Рауил Бикбаев һәм башҡалар. Мәскәүҙәргә һәм баш ҡала ҡунаҡтарына «Китап» нәшриәтендә республиканың 100 йыллыҡ юбилейы уңайынан сығарылған китаптар хаҡында мәғлүмәт бирелә.
Әҙәби байрам – А.С. Пушкиндың тыуған көнөнә һәм Рус теле көнөнә арналған «Ҡыҙыл майҙан» китап фестивале Мәскәүҙә 2019 йылдың 1-6 июнендә ойошторола.
Быйыл сара Театр йылы эгидаһы аҫтында уҙғарыла. Фестивалдең иң юғары нөктәһе – 6 июндә бөйөк рус шағиры А.С. Пушкиндың тыуыуына 220 йыл тулған көндә юбилей саралары. Унда Рәсәйҙең 40-тан ашыу төбәгенән нәшриәттәр ҡатнаша.
Сараларға инеү бушлай.
http://www.bashinform.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Файҙалы эштәр йылы
20 Августа , 15:57
Яҡтылыҡ hәм йылылыҡ донъяһы
Общие статьи
20 Августа , 08:39
Тәрбиәсе - икенсе әсәй ул
Общие статьи
19 Августа , 04:30
«Мастерица» ательеһына сәйәхәт!
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"