Дим буйҙары
+2 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
МӘҘӘНИӘТ
17 Мая 2019, 08:49
Радик Юлъяҡшин арынымы?..
Gопуляр йырсы Радик Юлъяҡшинға 30 йәш тула. Ошо айҡанлы, ул тормошонда бик мөһим ҡарарға килгән.
Добавить в предпочтительные источники Google
Һуңғы биш йылда көсөргәнешле графикта гастролдәрҙә йөрөгән артист “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге үҙенең сәхифәһендә 14 йыл милли эстрадала булыуы, яңы проекттарға һулыш өрәсәк Элвин Грей лейблын булдырыуы тураһында яҙып, артабан продюсер сифатында эшләйәсәген һәм Рәсәй сәхнәһен яулауҙы дауам итәсәген белдергән.
Был маҡсатта Радик киләһе йылда тулыһынса Мәскәүгә күсеп, яңы юҫыҡта эшләргә йыйына. Әлегә Өфөлә һәм Ҡазанда юбилей концерттарын уҙғарасаҡ. Быйыл уларҙан тыш башҡа сығыштар булмаясаҡ.
Юҡ, яҡташыбыҙ сәхнәнән бөтөнләй китмәйәсәк. Артабан да ижади эшмәкәрлеге дауам итәсәк, тик башҡасараҡ юҫыҡта һәм кимәлдә. Был хаҡта ул һуңғараҡ хәбәр итәсәк.
Читайте нас
вк
Редакция һайлауы
МӘҘӘНИӘТ
30 Сентября , 18:29
Аҙнай мәҙәниәт йортонда башҡорт халҡының туй йолалары ҡабат тергеҙелде
Общие статьи
30 Сентября , 06:06
Күркәм ғаилә - ауыл биҙәге
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"