Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
17 Май 2019, 14:26

Серле донъяға рәхим итегеҙ!

“Музейҙар төнө” фестивален үткәреү күркәм традицияға әүерелде.

Был акция Германияла 1997 йылда барлыҡҡа килгән. Фестиваль сиктәрендә күп кенә учреждениелар тәүлектең төнгө ваҡытында мәҙәни яҡтан камиллашыу теләге булған һәр кем өсөн ишектәрен аса.

Быйыл 18 май кисендә бөтә дөнъя буйынса меңләгән музей, галерея, күргәҙмә залдары миллионлаған мәҙәниәт һөйөүселәр өсөн таңға тиклем ишектәрен асасаҡ. Башҡортостандың әлеге учреждение­лары “Музейҙар төнө” халыҡ-ара акцияһында туғыҙынсы йыл ҡатнаша. Республикала акцияның төп маҡсаты — музейҙарҙың ресурстарын, мөм­кинлектәрен, потенциалын күрһәтеү, уларға йәштәрҙе йәлеп итеү. Йылдың иң киң ҡоласлы, иң көтөп алынған ваҡиғаһынан асыу тантанаһы 18 майҙа 17.00 сәғәттә Өфө Главпочтамтында урынашҡан почта музейында башлана. Кис менән килеүселәр өсөн республиканың 100ҙән ашыу дәүләт һәм муниципаль музейы һәм галерея, почта корпоратив музейы һәм “Интеллектус” ҡыҙыҡлы фәндәр шәхси интерактив музейы үҙ ишектәрен асасаҡ. Акцияға “Рәсәй – минең тарихым” мультимедиялы тарихи парк һәм “Урман илселеге” контакт зоопаркы ла ҡушыла.

Быйыл Башҡортостанда был сара өс төп тема буйынса үткәрелә:

“Музей һәм театр” – Рәсәйҙә Театр йылы сиктәрендә музейҙар профессиональ һәм халыҡ театрҙарына арналған күргәҙмәләр һәм мәҙәни-белем биреү саралары тәҡдим итәсәк, театр актерҙары һәм режиссерҙары менән осрашыуҙар уҙғарасаҡ һәм театрлаштырылған тамаша күрһәтеләсәк.

“Башҡортостан Республикаһына – 100 йыл” — республика ойошторолоуға бер быуат тулыу уңайынан музейҙар күр­гәҙмәләр асасаҡ һәм республика үҫешенә үҙ өлөшөн индергән тарихи ваҡиғалар һәм күренекле яҡташтарыбыҙ менән танышыу өсөн саралар уҙғарыласаҡ.

“Мостайға 100 йәш” – Башҡорто­стандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан музейҙарҙа күргәҙмәләр һәм шиғри әҫәрҙәр уҡыу уҙасаҡ.

Был кистә музейҙарға килеүселәргә төрлө киске программалар тәҡдим ителәсәк. Шулар араһында 500-ҙән ашыу яңы күргәҙмә һәм ҡыҙыҡлы саралар бар.
Читайте нас: