Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
23 Май 2019, 10:03

"Рәсәй даны күпере" библиомарафоны үтте

"Рәсәй даны күпере" төбәк-ара библиомарафондың III туры уҙҙы. Ул Өфө - Болғар — Ҡазан — Мәскәү — Тула - Мәскәү — Өфө маршруты буйынса үтте.

Проекттың Башҡортостандағы өлөшө республика юбилейына һәм Башҡортостандың Рәсәй дәүләте составына инеүҙең инеш башында торған һәм Ҡазанга батша наместнигы янына барырға башҡорт илселеген етәкләгән Шаһғәли Шаҡмандың тыуыуына 500 йыл тулыуға бағышланғайны.

Башҡортостан, Силәбе, Пермь, Ҡурған, Свердловск өлкәләре, Томск китапханаларының һәм башҡа мәғариф учреждениеларының 40 вәкиле Бөтә рәсәй китапханалар конгресы сараларында ҡатнашыу өсөн өс меңдән ашыу саҡрым юл үтте.

Проект Өфөлә Дуҫлыҡ монументы янында старт алды. Библиомарафонда ҡатнашыусылар, монументҡа сәскәләр һалып, раҫланған маршрут буйынса юлға сыҡты. Юлда беренсе булып Болғар һәм Ҡазан ҡалалары булды. Спас үҙәк китапханаһында "Заманса китапхана ниндәй булырға тейеш?" темаһына "түңәрәк өҫтәл" ойошторолдо. Проектта ҡатнашыусылар Ҡазан Кремлендә булды. Иртәгәһе көндә сарала ҡатнашыусыларҙы Мәскәү, Крылатскиҙағы Smart-китапхана ҡаршы алды.

Сәфәрҙең төп маҡсаттарҙың береһе Тулала РБА Конгрессы эшендә ҡатнашыу булды.

Библиомарафонсылар уның пленар өлөшөндә, секциялар эшендә ҡатнашты. Дубнаға ауыл китапханалары секцияһы ултырышына барҙылар, унда хеҙмәттәштәренең тәжрибәһе тураһында белделәр, биҫтәнең иҫтәлекле урындарында һәм әҙәби-музыкаль ҡунаҡханаларҙа булдылар. Дубна халҡы һәм хеҙмәттәштәре менән бергә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған батырҙар һәйкәленә сәскәләр һалдылар.

Тула боронғо тарихи музейы ла ҡатнашыусыларҙы йылы ҡабул итте. Улар "Куликово ҡыры" музей комплексы, Л. Н. Толстойҙың "Ясная поляна", А. П. Чеховтың "Мелихово" музей-утарҙары менән дә танышты.

Асыҡ китапханалар секцияһының даими комитеты ағзаһы, Белорет районы китапханаһы директоры Рәшит Мөхәммәдиев Рәсәй Милли китапханаһының иң юғары бүләге — "Китапханалар үҫешенә индергән өлөшө өсөн" миҙалы менән бүләкләнде.

"Ҡыҙыл таң" гәзитенән.
Читайте нас: