Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
31 Май 2019, 08:47

Музейҙа осраштылар

19 майҙа илебеҙҙең барлыҡ музейҙары “Музейҙар төнө -2019” Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашты.

Бишбүләк тарих-этнография музейы килеүселәр өсөн һигеҙенсе тапҡыр үҙенең ишектәрен асты. Тыуған яғыбыҙҙың үткәненә битараф булмаған ҡыҙыҡһыныусан экскурсанттарға был мәҙәни йәмәғәт учреждениеһында ҡарарлыҡ әйбер бар. Стендтарға һәм витриналарҙа күрһтелгән бихисап тарихи ысын экспонаттар һоҡландары.
40-тан ашыу кеше ҡатнашҡан “Музейҙар төнө” акцияһы “Стрит-арт Өфө” күсмә республика фотокүргәҙмәһе асылыу менән башланып китте (Республика Хәрби Дан музейы). Олеся Андреева уҙғарған кейеҙ буйынса оҫталыҡ дәресе менән дауам итте. “Театр микрофоны” күңел асыу программаһымауыҡтырғыс үтте – барыһы ла хор менән “Музейға барырға ваҡыт” йырын башҡарҙы.
- Беҙ Сакт-Петербургтан тормош иптәшем Эльвираның тыуған яҡтарына йыш ҡайтабыҙ, - тип һөйләй Игорь Параничев. – Ҡыҙғанысҡа, бәлки, ҙур шатлыҡҡа ҡаршылыр, был матур музейҙа мин беренсе тапҡыр. Музей хеҙмәткәрҙәренең боронғо ваҡыттарҙан алып бөгөнгө көнгә тиклем район тураһында ысын хазинаны йыя алыуҙарына ғәжәпләндем.
Бишбүләктәрҙең ғорурланырлыҡ нәмәләре һәм кешеләре бар! Беҙ музейға ейәнем Ярослав менән килдек. Һис шикһеҙ, бында тағы киләсәкбеҙ.
Бөтә Рәсәй акцияһы райондың рәсми теркәлгән музейҙар эшләй торған башҡа тораҡ пункттарында ла иғтибарһыҙ ҡалманы. “Музейҙар төнө- 2019” акцияһында райондың 350-нән ашыу кешеһе һәм ҡунаҡтары ҡатнашты.
Владимир Смолов,
Читайте нас: