Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
6 Июнь 2019, 14:00

А.С.Пушкин көнө

Пушкин 1799 йылдың 26 майында (6 июнь) Мәскәүҙә тыуа.

Пушкин 1811 йылдың 19 октябрендә асылған Царскосельск лицейында алты йыл ғүмерен үткәрә. Бында йәш шағир 1812 йылғы Ватан һуғышы ваҡиғаларын кисерә. Шунда уҡ уның тәүге тапҡыр шиғри һәләте асыла һәм юғары баһалана. Лицейҙа үткән йылдар, ундағы дуҫлыҡ тураһында хәтерләүҙәр шағир күңелендә мәңгегә һаҡланып ҡала.

Лицейҙа уҡыу осоронда Пушкин күп шиғри әҫәрҙәр ижад итә. Уны баласағында атаһының библиотекаһында уҡыған китаптары аша ижадтары менән танышҡан ХVII-ХVIII быуат француз шағирҙары илһамландыра. Вольтер һәм Парни йәш Пушкиндың яратҡан авторҙары була. Уның башланғыс лирикаһында француз һәм рус классицизмы традициялары ҡушыла. "Еңел шиғриәт"тә танылған мастер Батюшков һәм романтизм башлығы Жуковский Пушкин-шағирҙың тәүге уҡытыусылары була. 1813—1815 йылдар осорона ҡараған Пушкин лирикаһы тормош шатлыҡтары менән ләззәтләнеүгә сарсауҙы һүрәтләгән ғүмерҙең бик тиҙ үтеүе мотивтары менән һуғарылған. 1816 йылдан алып, Жуковский артынса, ул элегияларға мөрәжәғәт итә, был жанрға характерлы булған яуапһыҙ мөхәббәт, йәшлектең үтеүе, күңелдең һүрелеүе кеүек мотивтарҙы үҫтерә. Пушкин лирикаһы әле был ваҡытта башҡаларҙыҡына оҡшаш, әҙәби шартлылыҡ һәм штамптар менән тулы, шуға ҡарамаҫтан ул ваҡытта уҡ ижад итә башлаусы шағир үҙенсәлекле юл һайлай. Камерный шиғриәт менән генә сикләнмәй, Пушкин ауырыраҡ, мәғәнәлерәк темаларға мөрәжәғәт итә. Державиндың фатихаһын алған «Батша ауылында хәтерләүҙәр»(1814), Пушкин был шиғырын 1815 йыл башында Державин булғанда уҡый, 1812 йылғы Ватан һуғышы ваҡиғаларына бағышланған. Был шиғыр 1815 йылда «Рәсәй музеумы» журналында авторҙың тулы исеме аҫтында баҫтырылып сыға. Ә Пушкиндың «Лициния» мөрәжәғәтендә Рәсәйҙең ул саҡтағы тормошо сағылыш таба, «деспоттың яратҡаны» образында Аракчеев күрһәтелә. Ижад юлының башында уҡ ул үткән быуаттың рус сатирик яҙыусылары менән ҡыҙыҡһына. «Фонвизин күләгәһе» (1815) сатирик поэмаһында Фонвизиндың йоғонтоһо һиҙелһә, «Бова»(1814), «Безверие» әҫәрҙәре Радищев ижады менән бәйле.

Бөйөк рус шағиры А.С.Пушкиндың "Зимнее утро" тигән шиғырын белмәгән кеше юҡтыр, уны шағирә Гүзәл Ситдиҡова башҡортсаға тәржемә яһаған.

Ҡышҡы иртә

Ҡояшлы һыуыҡ; әй ғәжәйеп көн!
Һиҙмәйһеңме ни, үтте ләһә төн -
Ассы күҙеңде, һылыуым, баҡсы:
Керпектәреңдән йоҡоңдо һирпеп,
Таң Алиһәһе яғына елпеп
Сулпан йондоҙҙай янына ҡалҡсы!


Кистән ел-дауыл ҡоторған ине,
Күкте болоттар тултырған ине,
Улар артында ай ҙа тик шәүлә,
Һары бер таптай күренә ине.
Һин дә бойоғоп төрөнә инең -
Әле тәҙрәнән... күрмәйһеңм(е) әллә:


Сағылтып күктең нурлы биләмен,
Ергә түшәлгән аҡ ҡар келәме
Күҙ ҡамашырлыҡ төҫкә буялған,
Урман селтәрҙәй - тормай йәшереп,
Ҡылау ҡырпыған шыршы йәшелен,
Йылғаның боҙо - гүйә быяла.


Гәрәбә балҡыш - бүлмәбеҙ эсе,
Яғылған мейес - кәрәкһә эҫе,
Утын сытырҙай. Яйлы урындыҡ.
Рәхәт яҫтыҡта йыбанып ятыу,
Бәлки кәрәктер бер йөрөп ҡайтыу,
Ектерәйемме әллә бурылды?


Ярһыу юрғаның ялын уйнатып,
Сана табанын көйлө шыжлатып
Еләйек әле иртәнге ҡарҙан,
Бушанып ҡалған ҡыр-урман буйлап,
Үтәйек әле яҡты уй уйлап
Күңелгә яҡын, үҙ иткән ярҙан.


Читайте нас: